Ботайҙарҙың дәрте ҙур! // Рукам – работа, душе – праздник!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға теләк белдергән Белорет районы Ботай ауылы ҡунаҡтарҙы хөрмәтләне. Райондың иң төпкөл ауылдарының береһе халҡы “Дәрте барҙың эше бар” тигән сарала үҙенең ғөрөф-ғәҙәттәре, тарихы, бөгөнгө ҡаҙаныштары тураһында һөйләне. Ҡатай ырыуы башҡорттарыбыҙ тип ғорурлыҡ менән таныштыра үҙен ауыл халҡы. Был байрамға күрше-тирә яҡ, Егәҙе һәм Өмөтбай ауылдарынан вәкилдәр ҙә килгән. 

Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин да ҡатнашты.

“Дөйөм әйткәндә, байрам матур үтте. Ауыл халҡы яҡшы итеп әҙерләнгән. Уларҙың йәш ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы, депутаттары әүҙем эшләй, бергәләп ҙур байрам үткәрҙеләр. Әйткәндәй, Ботайҙарҙың байрам үткәрергә тәжрибәләре ҙур. Мәҫәлән, 2018 йылда Ҡатай йыйыны Ботайҙа үтте, ” — тип хәбәр итте ул беҙгә.

9 ноября в д.Ботай Белорецкого района прошло большое мероприятие в рамках конкурса “Трезвое село”.

Жители одного из отдаленных деревень района на событии познакомили гостей со своими традициями, историей и достижениями. На мероприятие так же приехали представители соседних деревень. От Исполнительного комитета Всемирного курултая башкир принял участие Халиль Рахматуллин.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *