Мәскәүҙә туған тел уҡытыусылары мастер-класс бирә // В Москве учителя родного языка участвуют во Всероссийском мастер-классе

Мәскәүҙә туған тел уҡытыусылары мастер-класс бирә. 

Бөтә Рәсәй кимәлендә үткән сарала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Өфө ҡалаһының 7-се мәктәбенән Гөлшат Ғәбитова һәм Раевка ҡасабаһының 2-се мәктәбенән Флүрә Хәмиҙуллина ҡатнаша. 

Улар конкурстың тәүге этабын уңышлы үтте. Әле башҡа конкурсанттар кеүек үк, Рәсәй халыҡтары телдәрен уҡытыу методикаһында инновация элементтарын нисек ҡулланыуын күрһәтәсәк. Ҡатнашыусылар халыҡ мәҙәниәтен сағылдырған дәрес буйынса видеоролик, милли кейемде күрһәтәсәк. Авторлыҡ программаларын, дәреслектәрен, журналдарҙа баҫылған ғилми эштәрен дә күрһәтә. Бөтә Рәсәй мастер-класында уҡытыусылар милли кейемдә ҡатнаша. 

Һынауҙар 12 ноябрь башлана. Һөҙөмтәләргә ярашлы, уҡытыусы-новатор, оҫта, дебютант номинацияларында еңеүселәр билдәләнә. 
Яҡташтарыбыҙ Гөлшат Заһир ҡыҙына һәм Флүрә Риф ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ. 

В Москве учителя родного языка участвуют во Всероссийском мастер-классе. 

Башкортостан представляют учителя башкирского языка и литературы школы №7 г.Уфы Гульшат Габитова и школы №2 пос.Раевка Флюра Хамидуллина. 

Конкурсные испытания начинаются 12 ноября. Участники продемонстрируют инновационные элементы методики преподавания языков народов России. Учителя участвуют в мероприятиях Всероссийского мастер-класса в национальном костюме.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *