Башҡорт гимназияһы-интернаты билдәле ғалим Нияз Мәжитов исемен йөрөтәсәк // Гимназия будет носить имя известного ученого Нияза Мажитова

Ғафури районы Красноусол башҡорт гимназияһы-интернаты билдәле ғалим Нияз Мәжитов исемен йөрөтәсәк . 

Нияз Мәжитов – танылған археолог, билдәле сәйәси һәм ижтимағи эшмәкәр, тарих фәндәре докторы, БР Фәндәр академияһы академигы, БДУ профессоры. 
1995 йылдың июнендә 1-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана. 

Гимназия 1996 йылда асыла. Башҡорт мәктәп-интернаты 1997 йылда Красноусол башҡорт гимназия-интернаты итеп үҙгәртелә. 1998 йылда гимназия-интернат тәүге ҡарлуғастарын осора. Бөгөнгө гимназия – профилле кластар, сығарылыш уҡыусыларының яҡшы әҙерлеге, педагогтарҙың юғары профессиональ кимәле менән айырылып торған алдынғы уҡыу йорто. 

Гимназияның үҙ традициялары бар: бында “Ғафури уҡыуҙары” фәнни-практик конференцияһы үтә, гимназияны даими иғтибарға солғап алған шәхестәрҙе Почетлы гимназист сафына алалар, быйыл егерменсе тапҡыр үткән Гөлнур Яҡупова башланғысындағы “Өмөтлө ҡәләм” йәш шағирҙар бәйгеһе һ.б. уҡыу йортоноң брендына әйләнгән. 

Бында Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Архангел, Белорет районынан, Межгорье, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 500 бала белем ала, уларға 65 уҡытыусы һәм тәрбиәсенән торған коллектив белем һәм тәрбиә бирә. Уларҙың 55 -е – юғары категориялы, 4-һе – Рәсәй Федерацияһы мәғарифының маҡтаулы хеҙмәткәре, 5-е – Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен 5 уҡытыусы йөрөтә. 

Бөгөнгө тантанала профессор Нияз Мәжитовтың ҡыҙы — тарих фәндәре кандидаты, БДУ доценты Әлфиә Нияз ҡыҙы Солтанова атаһы шәхесе тураһында һөйләне. Әлфиә Нияз ҡыҙы гимназияға бүләккә өй китапханаһынан бик күп китаптарҙы атаһының исемен йөрөткән кабинет-музейға тапшырҙы. Нияз Мәжитовтың бер туған ҡустыһы, әле хаҡлы ялдағы Венер Мәжитов ағаһы менән ғорурланыуы, гимназияға исем бирелеүен бик шатланып ҡаршы алыуын әйтте. 

Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова сығыш яһаны. Ул Нияз Мәжитовтың республика ғына түгел, илебеҙҙең, хатта бөтә донъяның мәртәбәле археологы, билдәле ғалимы булыуына баҫым яһаны, Ҡоролтай эшмәкәрлегендәге роленә оло баһа бирҙе.

Танылған ғалим, филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт Ҡунафин Нияз Мәжитовтың Өфө-2 ҡаласығын табыуҙағы батырлыҡҡа тиң хеҙмәтенә иғтибарҙы йүнәлтте.

Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин, тележурналист, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Шәүрә Ғилманова, яҙыусы, тәржемәсе Әмир Әминев һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. 

Красноусольская башкирская гимназия-интернат Гафурийского района отныне будет носить имя известного ученого Нияза Мажитова. 

Нияз Мажитов (1933 — 2015) — выдающийся археолог, общественный и политический деятель, доктор исторических наук, профессор Башкирского государственного университета, академик Академии наук Республики Башкортостан. 
На 1-м Всемирном курултае башкир (июнь 1995) избран Председателем его исполкома.

Гимназия открылась в 1996 году. Башкирская школа-интернат преобразована в 1997 году на Красноусольскую башкирскую гимназию-интернат. В 1998 году гимназия-интернат выпускает своих первых учеников. Сегодня гимназия — передовое место обучения с профильными классами, хорошей подготовкой и профессиональными преподавателями.

Есть у гимназии свои традиции: здесь проходят научно-практические конференции “Гафурийские чтения”, личностей, которые поддерживают гимназию, берут в ряды Почетных гимназистов и ежегодно проводят поэтический конкурс .

Здесь обучаются 500 ребят с Аургазинского, Гафурийского, Кармаскалинского, Белорецкого, Архангельского районов и городов Межгорье, Салават, Стерлитамак. Их обучают 65 педагогов и воспитателей. Среди них — 55 – высшей категории, 4 – Почетные работники образования РФ, 5 – Отличники образования Башкортостана, 5 носят звание Заслуженных учителей Башкортостана.

Сегодня на торжестве дочь Нияза Мажитова — кандидат исторических наук, доцент БГУ Альфия Султанова рассказала о своем отце. Альфия Ниязовна вручила много книг с домашней библиотеки в музей-кабинет им. Нияза Мажитова. Родной брат Венер Мажитов поделился тем, что был очень рад узнать о присвоении гимназии имени Нияза Мажитова.

На мероприятии выступили Председатель Президиума ВКБ Эльвира Аиткулова, член Исполкома Данир Гайнуллин, тележурналист Шаура Гильманова, переводчик Амир Аминев и другие почетные гости.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *