БСТ

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы программаларын ОТР телеканалында күрһәтә башлайҙар. 

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы программаларын һанлы телевидениеның беренсе пакетында күрергә мөмкин. Ноябрь аҙағында республика телеканалы тапшырыуҙарын таңғы 6-нан алып иртәнге 9-ға һәм киске 5-тән 7-гә тиклем ОТР телеканалында күрһәтә башлайҙар. 

Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов һүҙҙәренсә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы республиканың төп телеканалы булып тора, уның Башҡортостанда аудиторияһы ҙур. Республика телеканалының программаларын элеккесә юлдаш һәм кабель телевидениеһында, шулай уҡ аналог сигналын ҡабул иткән телеантенна менән ҡарарға мөмкин. Ведомство башлығы ваҡыт үтеү менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һанлы телевидение пакеттарының береһенә инер тигән ышаныс белдерҙе. 

Башҡортостан телевидениеһының төбәк өҫтәмәләрен булдырыу буйынса техник эштәр 14 ноябрҙән 15-енә ҡарай төндә башҡарыла. Был ваҡытта телевизорҙарҙың һәм телеприставкаларҙың ҡайһы бер моделдәрендә телесигналдың юғалыуы мөмкин. Ошо осраҡта телеканалдарҙы автоматик рәүештә йәки ҡул менән көйләргә генә кәрәк. Консультация алыу өсөн РТРС-тың федераль «ҡыҙыу бәйләнеш»енә шылтыратырға: 8 800 220 20 02. 

Сығанаҡ: Башинформ 

Программы Башкирского спутникового телевидения начнут показывать на телеканале ОТР 

Программы Башкирского спутникового телевидения можно будет увидеть в первом пакете цифрового телевидения. В конце ноября передачи республиканского телеканала начнут показывать на телеканале ОТР с 6 до 9 утра и с 17 до 19 часов вечера. 

По словам руководителя Агентства по печати и средствам массовой информации республики Бориса Мелкоедова, БСТ является обязательным общедоступным телеканалом в республике и у него остается большая аудитория в Башкортостане. В полном объеме программы республиканского телеканала будут по-прежнему доступны всем пользователям спутникового и кабельного телевидения, а также при приеме на телеантенну аналогового сигнала. Глава ведомства выразил надежду, что со временем БСТ войдет в один из пакетов цифрового телевидения. 

Технические работы по созданию региональных врезок башкирского телевидения будут проводиться в ночь с 14 на 15 ноября. В это время в некоторых моделях телевизоров и телеприставок может пропасть телесигнал. В этом случае зрителям необходимо просто провести перенастройку телеканалов – автоматическую или ручную. За консультацией можно обратиться по телефону федеральной «горячей линии» РТРС: 8 800 220 20 02. 

Источник: Башинформ

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *