Гран-при — ҡарткиҫәктәрҙә! //Победители первого этапа конкурса «Трезвое село -2019» в Аскинском районе

Гран-при — ҡарткиҫәктәрҙә! 

Асҡын районының иң айыҡ ауылы асыҡланды: “Айыҡ ауыл — 2019” район конкурсының еңеүселәре билдәләнде. 
Район хакимиәте залында үткән район башҡорттары ҡоролтайы ултырышында “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабына йомғаҡ яһалды. 

Республика проектына иң беренселәрҙән Үршиҙе, Ҡарткиҫәк, Төлгөҙбаш, Башҡортостан ауылдары ҡушылғайны. Район этабында 12 ауыл ҡатнашты. Уларҙың һәр береһендә айыҡ тормошто пропагандалаған төрлө саралар үткәрелде. Ойоштороу комитеты ағзалары ауылдарҙа ошо йүнәлештәге эшмәкәрлек менән даими танышып барҙы. 

Конкурста ҡатнашыусылар башҡарған эштәре тураһында слайд-шоу әҙерләп сығыш яһаны. Кемдер йырлап, бейеп, шиғыр ҙа һөйләне — һәр кем үҙенең бай фантазияһын ҡулланып, урындағы халыҡтың һәләттәрен дә күрһәтеп ҡалырға ашыҡты.

Шулай ҙа, жюри ағзалары еңеүселәрҙе билдәләгәндә, конкурс положениеһы критерийҙары үтәлешенән сығып эш итте, сөнки “Айыҡ ауыл” конкурсы шау-шыуға ҡоролған саралар үткәреүгә генә ҡайтып ҡалмай. Уның маҡсаты — бөтә ауылды йәлеп итеп, сәләмәт тормошто пропагандалаған саралар үткәреп, кешеләр аңына айыҡлыҡтың тормош нормаһы булыуын һеңдереү. Бында, әлбиттә, ауыл хакимиәтенең, мәктәптең, мәҙәниәт усағының, иман йортоноң, ауылдағы йәмәғәт ойошмаларының бер маҡсатта булып, берҙәм эше талап ителә. Жюри ағзалары еңеүселәрҙе билдәләгәндә нәҡ ошоларға иғтибар итте һәм Ҡарткиҫәк ауылы Гран-приға лайыҡ тип тапты.

Беренсе урында -Үршиҙе һәм Төлгөҙбаш ауылдары 
Икенсе урында- Солтанбәк һәм Әмир ауылдары 
Өсөнсө урында- Башҡортостан менән Иҫке Мутабаш ауылдары

В Аскинском районе выявили победителей первого этапа республиканского конкурса «Трезвое село -2019» 

В районном этапе республиканского конкурса «Трезвое село -2019» приняли участие жители 12 населенных пунктов, которые проявили особую активность и провели у себя мероприятия, направленные на пропаганду трезвого и здорового образа жизни. 
В с.Аскино прошла публичная защита проектов. 
Отчеты о проделанной работе конкурсанты представили на слайдах, а кто-то к защите проектов приготовил театрализованную постановку и концертные номера. После долгих обсуждений, исходя из критериев соблюдения положений конкурса, Гран-при было присвоено деревне Карткисяк. Ее жителям предстоит представлять Аскинский район на республиканском этапе конкурса. 1-е место завоевали деревни Уршады и Тульгузбаш, 2-е место – д.Султанбеково и Амирово, 3-е место – д.Башкортостан и Старый Мутабаш. 

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *