Йылына бер тапҡыр була торған иң дәртле, иң сағыу, иң йондоҙло ваҡиға -“Йәшлек шоу” фестивале

14 ноябрь – Башҡортостан Дәүләт концерт залында! 
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы һәм 
Республика халыҡ ижады үҙәге тәҡдим итә! 

Һине йәнә үҙенсәлекле тамаша , башты әйләндергес яҡтылыҡ инсталяциялары, меңәр киловат музыка шәлкеме, алып барыусыларҙың иң шаян дуэттары, эпотаж образдар менән аптыратырға әҙербеҙ! 
“Йәшлек шоу” үҙ сәхнәһендә эстрадабыҙҙың мегайондоҙҙары менән бер рәттән өр-яңы исемдәр аса! 

Ҡатнашалар: Риф Ырыҫбаев, Диана Шиһапова, Алтынай Вәлитов, Ляйсан Ғәлимова, Таһир Әсәҙуллин , Гөлъемеш Ҡылысова, Ruzit , Илнур Рамазанов, 
Nail BashStylе, апалы-һеңлеле Зилиә һәм Юлиә Бәхтиевалар, Ябай Малай, Вилли, ZAINETDIN этно-шоу проекты , IZI ,RNT, МС Баш ,”Арғымаҡ” төркөмө. Кисәне махсус ҡунаҡтар: Рөстәм Ғиззатуллин һәм легендар “Дәрүиш Хан” төркөмө биҙәй. 

Тамашасы залындағы иң елле урындарҙы эләктереп ҡалырға ашыҡ! Билеттар Biletbar.ru сайтында! 
Тулыраҡ мәғлүмәт 8-800-2-500-665 телефоны буйынса. 

Беҙ һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *