Һамарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ тирмәле булды // Самарским башкирам подарили юрту

Һамарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ тирмәле булды.  Башҡортостан Башлығы грантына үткәрелгән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Һамар өлкәһендә тантаналы сара һәм концерт менән тамамланды.  Һамар өлкәһендә 10 меңгә яҡын башҡорт йәшәй. Милләттәштәребеҙ үҙ теленә һәм мәҙәниәтенә тоғро булып ҡалған. Сараны ойоштороуҙа һәм халҡыбыҙ йолаларын, туған телен һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән күп көс һалған шәхестәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының […]
Продолжить чтение…

 

Һамар башҡортоноң әйткәне

Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән аралашыу һәр ваҡыт иҫтә ҡалыусан.  “Үҙемде ярымфабрикат итеп хис итәм, – тип башланы һүҙен башҡорт апайы Рәҡиә Хәзирова, – сөнки башҡорт әҙәби телен белмәйем. Мин Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) филология факультетында белем алдым. Башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инергә теләгем көслө ине, әммә мәктәптә […]
Продолжить чтение…

 

Һамар өлкәһе Губернаторы Дмитрий Азаровтан тәбрик һүҙҙәрен // Приветственное слово Губернатора Самарской области Дмитрия Азарова

Һамар өлкәһе Губернаторы Дмитрий Азаровтан тәбрик һүҙҙәрен Һамар өлкәһе Губернаторы Дмитрий Азаровтан тәбрик һүҙҙәрен Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендәге тантаналы сарала Һамар өлкәһе Губернаторы эске сәйәсәт департаменты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Роман Кирсанов уҡып ишеттерҙе.  Приветственное слово Губернатора Самарской области Дмитрия Азарова  Уважаемые друзья! Примите мои самые теплые, искренние поздравления со знаменательной датой – 100-летием образования Республики […]
Продолжить чтение…

 

Һамар ҡыҙҙары һәм егеттәре башҡорт бейеүе флешмобына ҡушыла // Самарские ребята тоже подключились к танцевальному флешмобу

Һамар ҡыҙҙары һәм егеттәре башҡорт бейеүе флешмобына ҡушыла.  Һамар өлкәһе Украинка ауылы мәктәбе уҡыусылары Зәйнетдин иғлан иткән флешмобта ҡатнаша. Улар күмәкләп башҡорт бейеүен башҡарҙы. Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала гимназияһы уҡытыусылары Марат Ғилманов һәм Эльмира Хәсәнова хәрәкәттәр күрһәтте, балалар ҡабатлап бейене. Башҡортостан Башлығы грантына үткәрелгән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сараларында ҡатнашҡан балалар бүләк алып […]
Продолжить чтение…

 

Оло Чернигов районының Украинка ауылы мәктәбендә осрашыу // Встреча в с.Украинка Большечерниговского района.

Оло Чернигов районының Украинка ауылы мәктәбендә осрашыу.  Башҡортостандан килгән делегацияны Һамар өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙ башҡорт йыр-моңдары, бейеүҙәр менән ҡаршыланы. Ҡунаҡтарҙы ишектән үк башҡортса кейенгән кескәйҙәр “Ҡарабай” көйө менән ҡаршы алды, артабан улар “Любизар”ҙы яңғыратты.  «Һаумыһығыҙ, яҡташтар!» осрашыуында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы , Башҡортостан һәм Һамар өлкәһе дәүләт власы органдары вәкилдәре, педагогтар, журналистар ҡатнаша. Украинка ауылы […]
Продолжить чтение…

 

Һәҙиә менән Ғөбәй Дәүләтшиндар, Рәшит Ниғмәти, Фатима Мостафина исемдәре уйып яҙылған таҡтаташ янында ҡурайҙа “Йәнифәкәй” көйөн яңғыраны.  Билдәле ҡурайсы, фольклорсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов һағышлы тарих бәйән итте. “Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти мәшһүр йырсыбыҙ Сөләймән Абдуллин башҡарыуында “Йәнифәкәй” башҡорт халыҡ йырын бик яратып тыңлаған һәм үҙе баҡыйлыҡҡа күскәс, уны тап ошо йыр аҫтында оҙатыуҙарын […]
Продолжить чтение…

 

Һамар өлкәһе Оло Чернигов ауылында Ф.Мостафина, Р.Ниғмәтиҙең мемориаль таҡталарына сәскәләр һалыу. Сәскәләр һалыуҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте, Мәғариф министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ф.Мостафина ис. 20-се гимназия вәкилдәре, Оло Чернигов, Оло Глушицкий райондары хакимиәте һәм Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ҡатнаша.
Продолжить чтение…