Сәхнә һөйөүселәрҙе “Театрлаштырылған күренеш” конкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ!

3. “Театрлаштырылған күренеш”- башҡорт әҙибенең әҫәренән өҙөктө сәхнәләштереү. Конкурстың маҡсаты- башҡорт әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Был конкурсҡа монолог, диалог йә коллектив сығыш рәүешендә эштәр ҡабул ителә. Шәхси сығыштар һәм күмәк сәхнә айырым баһаланасаҡ.  Конкурс эштәре мотлаҡ • әҫәрҙең исеме, авторы, • ҡатнашыусының исем-шәрифе, йәше, • уҡыған/эшләгән урыны (ҡала, районды мотлаҡ яҙырға) , уҡытыусы исеме (әгәр булһа) • телефоны, электрон адресы менән билдәләнергә тейеш.  […]
Продолжить чтение…

 

 Мәғариф хеҙмәткәрҙәре Ҡурған өлкәһенә юл тотто. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлеге етәксеһе Гөлнур Хөсәйенова, 3 БРГИ вәкиле Рәфис Бикмөхәмәтов һәм Мәғарифты үҫтереү институтының баш белгесе Илгиз Сәлихов Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрен үткәреүгә үҙ өлөшөн индерәсәк. Улар Ҡурған өлкәһе уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән эш алып барасаҡ.
Продолжить чтение…

 

Башҡортостан һәм Силәбе сигендә яңы милли парк асыласаҡ // Новый нацпарк «Зигальга»

Көньяҡ Уралда “Егәлгә” милли паркы асыла. Был ҡарарға премьер-министр Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған. Яңы объект Силәбе өлкәһе Ҡатау-Ивановск районында урынлаша, бер өлөшө Башҡортостан майҙанына инәсәк. Яңы парк “Экология” милли проекты сиктәрендә тәүге айырыуса һаҡланған территория итеп эшләнәсәк. Рәсәйҙең премьер-министры әйтеүенсә, яңы милли парк төҙөлөүе Рәсәйҙә туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Вице-премьер Алексей Гордеев иһә “Егәлгә” милли […]
Продолжить чтение…

 

Ҡурған өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре.

Оҫталыҡ дәрестәре: хореография, вокал, фольклор, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ. •19-20 ноябрь Сафакүл ауылы,•21-22 ноябрь Әлмән ауылы. •21 ноябрь – Сафакүл ауылы урта мәктәбе. 10.00 Мәғариф проекттары менән таныштырыу; 10.00 «Башҡортостан». Балалар өсөн квест уйыны;10.00 «Тел асҡысы» әкиәт-фильмын ҡарау. •Сафакүл ауылы, Район ял итеү үҙәге, Ленин урамы, 15 13.00 Булат Йосоповтоң «Беренсе Республика» нәфис фильмын ҡарау.  •22 ноябрь – Әлмән районы, […]
Продолжить чтение…

 

Китап һөйөүселәрҙе конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты “Башҡорт телен яратам” интернет-конкурсы иғлан итте. Социаль селтәрҙәрҙә дүрт йүнәлеш буйынса ижади бәйгеләр башлана.  2. «Мин башҡортса уҡыйым» конкурсына эссе-фекерләү формаһында яҙылған баһаламалар ҡабул ителә. Был конкурста уҡылған әҫәр буйынса тәьҫораттар менән уртаҡлашабыҙ.  Баһалағанда авторҙың үҙ ҡарашын теүәл еткерә алыуы, эмоциональ фекерләү ҡеүәһе иҫәпкә алына. Автор әҫәргә ҡыҙыҡһыныуын аңлата, яҙыусыға йә […]
Продолжить чтение…