Шишмә районының иң айыҡ ауылы // Трезвое село Чишминского района

Шишмә районының иң айыҡ ауылы-Йәрмәй. Бөгөн Шишмә районында “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабы еңеүселәре билдәләнде. Конкурстың шарттарын һәм ултырыш ҡатнашыусыларының берҙәм тауыш биреүен иҫәпкә алып, республика этабына Йәрмәй ауылы һайланды. Икенсе урынға Дурас, өсөнсө урынға Ҡара-Яҡуп ауылы сыҡты.  Ултырышта конкурста көс һынашҡан 11 ауыл биләмәһе башлығы, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, Шишмә районы башҡорттары ҡоролтайы ҡатнашты. 
Продолжить чтение…

 

30 ноябрь һарайлы-мең ырыуы ҡор йыя // Собрание рода сарайлы-мин

30 ноябрь һарайлы-мең ырыуы ҡор йыя.  Бишбүләк районы Дүсән ауылында һарайлы-мең ырыуының шәжәрә байрамы үтәсәк. Сараға Бишбүләк, Благовар, Мишкә һәм башҡа райондарҙа йәшәгән ырыуҙаштар саҡырыла. Сарала нәҫел ағасы-шәжәрә төҙөү буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһала.  Байрамда ҡатнашыусылар шәжәрәһен төҙөргә һәм жюри алдында уны күрһәтеп сығыш яһарға тейеш. Ойоштороусылар конкурс материалдарына аныҡ талаптар ҡуя. Баһалағанда ҡәрҙәшлек терминдарының дөрөҫ ҡулланылышы, нәҫелдең кәмендә […]
Продолжить чтение…

 

Ҡурған балалары башҡорт милли уйындарын өйрәнәләр.

Ҡурған өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә. Сарала төрлө йәштәге милләттәштәребеҙ өсөн майҙансыҡтар эшләй.  Башланғыс класс уҡыусылары Ф.Мостафина исемендәге 20-се гимназия хеҙмәткәре Марат Ғилманов менән бергә башҡорт милли уйындарын өйрәнделәр. Кескәйҙәр хәҙер “Йөҙөк һалыу”, “Йәшерәм-йәшерәм яулығымды” уйындарын беләләр. Өлкәнерәк уҡыусылар интернат тибындағы лицей, гимназиялар менән таныша. 3-сө БРГИ уҡытыусыһы Рәфис Бикмөхәмәтов уҡыу йортоноң йәшәү […]
Продолжить чтение…

 

“Ваҡытым юҡ”«Нимә тураһында яҙырға ла белмәйем»;«Оялам»;«Минең яҙған кемгә ҡыҙыҡ булһын»;“Илһам юҡ”⠀Ошондай уйҙар килгәне бармы? ))⠀Тимәк, башҡортса текстар марафонына рәхим итегеҙ.⠀25 ноябрь #матуряҙыудәфтәре_конкурс марафонын башлайбыҙ. Ул #Башҡорттелекөнө уңайынан үткәрелә.⠀Ҡыҙыҡ күнегеүҙәр тәҡдим итәбеҙ- сәхифәгеҙгә йән өрәбеҙ.⠀Яңы дуҫтар табырһығыҙ, илһамланып үҙ телебеҙҙә яҙышырға дәрт алырһығыҙ.  Кем ҡатнаша?⠀–#башҡортсаинстаграм алып барған һәр кем!⠀-телен яратҡан һәм хөрмәт иткән һәр кем!  Нисек үтә?  Инстагарамда @matur_yazu_deftere сәхифәһендә 4 […]
Продолжить чтение…

 

Ҡурған сәхнәһендә ҡурай моңо, ҡумыҙ сыңы

Ҡурған өлкәһе Сафакүл ауылында оҫталыҡ дәрестәре һөҙөмтәләре буйынса отчет концертына әҙерлек бара. Бөгөн район мәҙәниәт үҙәгендә күптән инде билдәлелек яулаған сәхнә йондоҙҙары менән бергә Сафакүл һәүәҫкәрҙәре лә сығыш яһаясаҡ.  Башҡортостандың атҡаҙанған артистары, танылған бейеүсе Урал Мортазин, Хөсәйен Әхмәтов ис. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, йырсы Сәйҙә Ильясова һәм “Мираҫ” фольклор ансамбле оркестры солисы Зәлиә Ғәниәтуллина, Заһир […]
Продолжить чтение…

 

Әлеге мәлдә Көйөргәҙе районында “Хәҙерге йәмғиәттә сәләмәт тормошто һәм айыҡлыҡты формалаштырыу” төбәк-ара форумы бара.

Форум “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә үтә. Сарала мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса мәктәп директоры урынбаҫарҙары, ауыл биләмәһе башлыҡтары, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы, йәштәр ойошмаһы, һаулыҡ һаҡлау, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ҡатнаша.Форумдың пленар өлөшөндә “Айык ауыл” конкурсына йомғаҡ яһалды:– 1-се урын Абдул ауылы,– 2-се урын Зәк-Ишмәт ауылы,– 3-сө урынды Ямаш […]
Продолжить чтение…