Межгорье ҡалаһының балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре ойоштороласаҡ // В детских садах города Межгорье появятся башкирские группы.

Межгорье ҡалаһының балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре ойоштороласаҡ.  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты, ата-әсәләр комиссияһы ағзаларының Межгорье ябыҡ административ- территориаль берәмек хакимиәте етәкселеге менән осрашыуында шулай килешелде.  Әле ҡалалағы биш баҡсаның береһендә лә башҡорт төркөмө юҡ. Ата-әсәләрҙең мөрәжәғәтенә ярашлы, мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙа был йәһәттән мәсьәлә ыңғай хәл ителер тип ышандырҙы ҡала хакимиәте башлығы […]
Продолжить чтение…

 

Илсеғол ауылы — Миәкә районы йөҙөгө //

Илсеғол ауылы — Миәкә районы йөҙөгө Миәкәләр ҙә “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһаны. Райондың үҙәк мәҙәниәт һарайында ун өс ауыл үҙҙәренең проекттары тураһында һөйләне. Һәр ауылда алкоголле эсемлектәрҙең һәм тәмәке тартыуҙың зыянын күрһәтеү буйынса эш алып барылған, һаулыҡ һаҡлау проблемалары күтәрелгән түңәрәк өҫтәлдәр, әңгәмәләр ойошторолған.  Миәкә районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Хәлил Хәбирйәл […]
Продолжить чтение…

 

Дәүләкән районында яҙыусы һәм тәржемәсе Әхиәр Хәкимовтың 90 йыллығына арналған саралар үтте // В Давлекановском районе Башкортостана прошли мероприятия, посвященные 90-летию известного башкирского писателя, переводчика, литературоведа Ахияра Хакимова.

Дәүләкән районында яҙыусы һәм тәржемәсе Әхиәр Хәкимовтың 90 йыллығына арналған саралар үтте. Райондың Мәҙәниәт клубында Әхиәр Хәкимов исемендәге премия тапшырылды. Премияны район администрацияһы ойошторҙо һәм биш йылға бер тапҡыр төрлө номинация буйынса бирелә: әҙәби критика, тәржемә, Әхиәр Хәкимовтың ижадын таратыу. 2019 йылда премия шағирә һәм журналист, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Лариса Абдуллина, […]
Продолжить чтение…

 

Ҡыйғы районының иң айыҡ ауылы — Мәсәк! // Самое трезвое село Кигинского района — Мэсэк!

Ҡыйғы районының иң айыҡ ауылы — Мәсәк! Дүшәмбикә ауылында “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды. Республика кимәленә Мәсәк ауылы үтте. Туҡай, Йонос ауылдары халҡы ла үҙҙәрен бик матур яҡтан күрһәтте. Әүҙем ҡатнашыусылар барыһы ла Ҡыйғы районы башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм район хакимиәтенән аҡсалата бүләккә лайыҡ булды.
Продолжить чтение…

 

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Рәсәй йәмғиәтенең ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм Бөтә Рәсәй халыҡ фронты сараларын, программаларын бойомға ашырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡоловаға рәхмәт хаты тапшырҙы. 
Продолжить чтение…

 

Ҡармыштар — еңеүсе! //

Ҡармыштар — еңеүсе! Бөгөн Әлшәй районы Раевка ауылында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған “Айыҡ ауыл — 2019” конкурсының һайлап алыу этабы үтте. Ун ике ауыл үҙ проектын яҡлап, сығыш яһаны.  Улар үҙҙәрендә айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән саралар уҙғарҙы, төрлө мәҙәни йүнәлештәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙары тураһында һөйләне. Конкурс положениеһына ярашлы, жюри ағзалары киләһе […]
Продолжить чтение…