Илсеғол ауылы — Миәкә районы йөҙөгө //

Илсеғол ауылы — Миәкә районы йөҙөгө

Миәкәләр ҙә “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһаны. Райондың үҙәк мәҙәниәт һарайында ун өс ауыл үҙҙәренең проекттары тураһында һөйләне. Һәр ауылда алкоголле эсемлектәрҙең һәм тәмәке тартыуҙың зыянын күрһәтеү буйынса эш алып барылған, һаулыҡ һаҡлау проблемалары күтәрелгән түңәрәк өҫтәлдәр, әңгәмәләр ойошторолған. 

Миәкә районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Хәлил Хәбирйәл улы Мәхийәнов “Иң яҡшы фельдшер”, “Иң яҡшы участковый”, “Иң яҡшы мәҙәни саралар ойоштороусыһы”, “Иң яҡшы китапханасы” тип табылған эшмәкәрҙәрҙгә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз-ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов сараның маҡтаулы ҡунағы булды.

Илсеғол — Миәкә районының иң айыҡ ауылы тип табылды, һәр ҡатнашыусы ауыл рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. 

Фойела күргәҙмә ойошторолдо, ә Мәҙәниәт һарайы ижади коллективтары сығыш яһап, сараға йәм өҫтәне.

27 ноября во Дворце культуры Миякинского района подвели итоги районного этапа республиканского конкурса «Трезвое село-2019».

В конкурсе приняли участие 13 сельских поселений Миякинского района. Во всех сельских поселениях велась просветительская работа, направленная на прекращение употребления алкоголя и табака; оказана практическая помощь в освобождении людей от алкогольной зависимости, организованы беседы, круглые столы по проблемам оздоровления. 

Почетным гостем мероприятия стал народный артист Башкортостана, виртуоз-кубызист мира Миндигафур Зайнетдинов. Начальник отдела культуры администрации МР Миякинский район Халил Хабирьялович Махиянов вручил благодарственные письма в номинации “Лучший участковый”, “Лучший фельдшер”, “Лучший культорганизатор”, “Лучший библиотекарь”. 

По итогам просмотра презентаций и выступлений глав сельских поселений ПОБЕДИТЕЛЕМ конкурса признано с.Ильчигулово, все участники конкурса были награждены Благодарственным письмом за участие. 

Творческие коллективы Дворца культуры показали свои лучшие номера. В фойе была организована выставка. 

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *