Межгорье ҡалаһының балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре ойоштороласаҡ // В детских садах города Межгорье появятся башкирские группы.

Межгорье ҡалаһының балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре ойоштороласаҡ. 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты, ата-әсәләр комиссияһы ағзаларының Межгорье ябыҡ административ- территориаль берәмек хакимиәте етәкселеге менән осрашыуында шулай килешелде. 

Әле ҡалалағы биш баҡсаның береһендә лә башҡорт төркөмө юҡ. Ата-әсәләрҙең мөрәжәғәтенә ярашлы, мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙа был йәһәттән мәсьәлә ыңғай хәл ителер тип ышандырҙы ҡала хакимиәте башлығы Илья Терехов. Уның әйтеүенсә, туған телдә уҡытыуҙы ойоштороу буйынса ла ата-әсәләр менән эште әүҙемләштерәсәктәр. 

Бында тарихи тамырҙарын яҡшы белгән һәм хөрмәт иткән кешеләр йәшәй. Межгорьела үткән Шәжәрә байрамы быға асыҡ миҫал. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡаланың әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәренә рәхмәт хаттары тапшырҙы. 

Мәхмүт Хәйруллиндарҙың нәҫел ағасы 1740 йылдан билдәле. Илмәш ҡарттың тоҡомо әле лә тыуған төйәгендә көн күрә. Мәхмүт Салауат улы оләсәһенән яҙып алған шәжәрәһен архив материалдары менән тулыландырған.

Ә бына Ильяс Яҡшыдәүләтов 20 быуынын белә. Уның нәҫеленән Ҡолман бей – заманында Иван Грозныйҙың үҙенә барып, ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлатҡан шәхес. Кесе Инйәр һәм Ағиҙелдең үрге өлөшөндәге ауылдарҙа Ҡолман бей тоҡомо йәшәй, ти Ильяс Сабит улы. Әлеге быуын данлыҡлы ата-бабалары тураһында мәғлүмәттәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай. 
Ҡалала тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыу күҙаллана. 

В детских садах города Межгорье появятся башкирские группы.

Это один из вопросов, которые обсуждались на встрече представителей Президиума и Исполкома МСОО “Всемирный курултай (конгресс) башкир” с руководством администрации закрытого административно -территориального образования г.Межгорье

Сегодня в пяти детских садах города нет ни одной группы с изучением башкирского языка. 
Глава администрации Илья Терехов сообщил, что запросы родителей по организации в городе башкирских групп и классов будут удовлетворены. 

Представители Всемирного курултая башкир посетили школу искусств, побывали на городском празднике родословной “Шежере байрам”. 

Махмут Хайруллин познакомил присутствующих с историей своего рода. Первое упоминание о семье относится к 1740 году. Информацию о предках он записал от своей бабушки и пополнил архивными материалами. 

А Ильяс Якшидавлетов сделал генеалогическое древо на 20 поколений. Кулман бей из их рода –известная личность. Он дошел до самого Ивана Грозного и подтвердил свои вотчинные права на землю, рассказывает Ильяс Сабитович. В деревнях, расположенных вдоль рек Малый Инзер и верховья Агидели, живут потомки Кулман бея. Нынешнее поколение знатного рода свято хранит сведения о предках. 
В Межгорье ведется работа по организации и открытии краеведческого музея.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *