Уҡыусылар өсөн Яңы йыл // Новый год для школьников

 Уҡыусылар өсөн Яңы йыл 26 декабрь Ҡасим Дәүләткилдеев ис. Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында Яңы йыл айҡанлы матур тамаша үтте.  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы етеп килгән байрам менән ҡотланы. Аппарат белгестәре Башҡортостанға арналған викторина, төрлө конкурстар үткәрҙе һәм иң әүҙемдәргә елле бүләктәр тапшырҙы.
Продолжить чтение…

 

Сит ил башҡорттары 2020 йылға ниндәй пландар ҡора? // Что планируют башкиры, проживающие за рубежом, на 2020 год?

Сит ил башҡорттары 2020 йылға ниндәй пландар ҡора? Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Bashkir Globe ойошмаһы активистары менән осрашыу үтте. Президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова менән Швейцариянан Айһылыу Йәнтүрина-Дарлесс, Гүзәл Усманова-Гобе, Бөйөк Британиянан Айбулат Йәнтүрин, Франциянан Альберт Дәүләтов фекер алышты. Bashkir Globe сит илдәрҙә йәшәгән башҡорттар менән бергә эш алып бара. Киләһе йылда улар Башҡорт теле […]
Продолжить чтение…

 

Башҡорт теле йылы нисек үтер? // Как пройдет Год башкирского языка?

Башҡорт теле йылы нисек үтер? 14 декабрь Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының район һәм ҡала рәйестәре менән осрашты. Был сарала Радий Фәрит улына башҡорт телен популярлаштырыу өсөн 2020 йылды Ҡоролтай тарафынан Башҡорт теле йылы итеп тәғәйенләргә тәҡдим иттеләр.  Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы комиссияһы саҡырылған эксперттар менән киләһе йылдың концепцияһын һәм тормошҡа ашырыу механизмдарын […]
Продолжить чтение…

 

Башҡортостанда Яңы йыл: ҡайҙа барырға? // Семейные каникулы в республике: куда пойти?

Башҡортостанда Яңы йыл: ҡайҙа барырға? Башҡортостанда Яңы йыл байрамы көндәре “Башҡортостан – спорт, туризм, мәҙәниәт һәм һаулыҡ территорияһы” девизы аҫтында үтәсәк. Яңы йыл тамашаларынан тыш республиканың һәр районында төрлө спорт, мәҙәни саралар уҙғарыласаҡ. “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” журналы төрлө район үҙәктәрендә, мәҙәни учрежденияларҙа үтәсәк сараларҙы бер ергә тупланы. Ошо сайтта үҙ районығыҙҙы һайлағыҙ һәм байрамдарҙы күңелле […]
Продолжить чтение…

 

Легендар хәрби Мәхмүт Гәрәев арабыҙҙан китте // Ушел из жизни легендарный военачальник Махмут Гареев

Легендар хәрби Мәхмүт Гәрәев арабыҙҙан китте.  Бөгөн 96 йәшендә билдәле хәрби, отставкалағы армия генералы Мәхмүт Әхмәт улы Гәрәев вафат булды. Мәхмүт Әхмәт улы- фронтовик, Хәрби фәндәр академияһы президенты, хәрби фәндәр һәм тарих фәндәре докторы. Һуғышта тәүге сынығыуҙы 1941 йылда 18 йәшлек сағында Мәскәү өсөн алышта ала. Курск алышында ҡатнаша. Армияла барлығы 50 йылдан ашыу хеҙмәт итә. 1984 йылдан […]
Продолжить чтение…

 

Һәр кем үҙенең шәжәрәһен өйрәнә аласаҡ // Проект «Башархив»

 Һәр кем үҙенең шәжәрәһен өйрәнә аласаҡ. 25 декабрь Милли музей майҙанында Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте “Башархив” проекты тураһында һүҙ алып барҙы.  Башархив — уникаль проект. Ул Өфө губернаһының биш уезы буйынса алып барылған 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу карточкаларын ҡарарға мөмкинлек бирә. Был халыҡ иҫәбен алыу архивтары мәғлүмәттәре Рәсәйҙең тик биш төбәгендә һаҡланып ҡалған. 5740 […]
Продолжить чтение…

 

Теле барҙың-иле бар

Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә күрһәткән ярҙам өсөн бер төркөм йәмәғәт, сәнғәт, фән эшмәкәрҙәренә бөгөн Рәхмәт хаттары тапшырылды. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында тәбрикләү тантанаһы уҙҙы. 
Продолжить чтение…

 

Нардуғанда ҡояш кешеләргә йөҙө менән борола. Ҡырмыҫҡалы районы Яңы Бишауыл ауылы халҡы фольклор байрамы үткәрҙе

Нардуған – ҡояш тыуған көн. Борон замандарҙа атай-олатайҙарыбыҙ ҡояшҡа мөрәжәғәт иткән. “Нар туған, беҙгә йөҙөң менән борол инде!” тигәндәр. Ҡышҡы Нардуған бер аҙна дауам иткән. Нардуған, Нардуған, Нардуғанға кил, туған! Байрамда Яңы Бишауыл ғына түгел, күрше Иҫке Бәпес ауылы халҡы ла ихлас ҡатнашты. Шыршы тирәләй йырҙар йырлап, бейеп, уйындар уйнау, балаларҙың рәхәтләнеп тау шыуыуы ауыл урамдарын шат тауыштарға […]
Продолжить чтение…

 

“Тамыр”ҙарҙан яңы проект! // Детско-юношеский телеканал «Тамыр» презентовал в кинотеатре «Родина» новый проект о многодетных семьях «Детей много не бывает».

 “Тамыр”ҙарҙан яңы проект! “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы “Родина” кинотеатрында күп балалалы ғаиләләр тураһында “Балалар күп булмай” исемле яңы проект күрһәтте. Сараға Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән ун ғаилә-герой килде. Күп балалы ғаиләләргә һәм проект ойоштороусыларына рәхмәт һүҙҙәрен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, БР Йәмәғәт палатаһы рәйесес Ольга Пнчихина, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль […]
Продолжить чтение…