Владивостокта “Башҡорт мәҙәниәте һәм йолалары этномузейы” асылды. Афарин, Владивосток ҡоролтайы! // Во Владивостоке состоялась презентация “Этно- музея башкирской культуры и традиции”

Этно-музейҙың исем туйында Приморск крайы Закондар сығарыу йыйылышы һәм Владивосток ҡала Думаһы депутаттары ла ҡатнашты. Музейҙа әле 50-гә яҡын экспонат тупланған. Музейға килеүселәрҙең иғтибарын айырыуса милли уйын ҡоралдары- ҡурай һәм ҡумыҙ йәлеп итте.  Тәүгеләрҙән бында гимназия уҡыусылары килде. Үҫмерҙәр башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм көнкүреше менән танышты. Интерактив лекцияны Нәфисә Попова үткәрҙе. 
Продолжить чтение…