Арсенда — алтын миҙал! Башҡортостан Республикаһы тхэквондо буйынса академияның йәш спортсылары Минск ҡалаһынан ҙур еңеү менән ҡайтты. 8 йәшлек Арсен Абдуллин чемпион исемен яуланы. Ул Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенең тхэквондо буйынса Асыҡ кубогында иң яҡшылар рәтенә инде. 19 илдән 1000-дән ашыу ҡатнашыусы булған ярышта ҙур уңышҡа өлгәшкән 8 йәшлек башҡорт малайына артабан да яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ! […]
Продолжить чтение…