«Айыҡ ауыл – 2019» конкурсының район этабы тамам! // Первые участникы республиканского этапа конкурса «Трезвое село – 2019»

«Айыҡ ауыл – 2019» конкурсының район этабы тамам!

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл – 2019» конкурсының республика этабына үтеүсе ауылдар иғлан ителде. 

Республика этабына заявкалар 7-се декабргә тиклем ҡабул ителә. Икенсе этапта район кимәлендә еңеүсе булған ауылдар ҡатнаша. 7 декабрҙән алып 23 февралгә тиклем төрлө саралар үткәрелеүе, 24-28 презентацияларҙы яҡлау, 1-10 мартта интернетта тауыш биреү ҡаралған. 

«Айыҡ ауыл – 2019» конкурсына старт июлдә бирелгәйне. 19 ноябргә тиклем муниципаль этап үтте. Ошо ваҡыт арауығында республиканың 52 районынан 400-ҙән ашыу ауыл ҡатнашырға теләк белдерҙе. Иң күп ҡатнашыусылар — Илеш һәм Баймаҡ райондарынан.

Һәр районда тиерлек сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән спорт саралары, йыйылыштар, мәктәп уҡыусылары менән әңгәмәләр, “Ҡаҙ өмәһе” байрамдары үткәрелде. Миҫал өсөн, Белорет районы халыҡ һөнәрҙәрен тергеҙеү менән шөғөлләнә. Улар ҡорот, сәк-сәк эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо, бал ҡорттарын тотоу серҙәренә төшөндөрҙө, һарыҡ йөнөн эшкәртергә өйрәтте. Ошо һәр һөнәр менән ауыл ерендә шөғөлләнеп, тормош көтөргә була.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтай Башҡарма комитеты ағзалары сараларҙа актив ҡатнашты.

В Башкортостане назвали первых участников республиканского этапа конкурса «Трезвое село» 

Прием заявок на республиканский этап конкурса начался 1 декабря и продлится до 7 декабря. Второй — республиканский этап конкурса будет проходить среди победителей муниципальных районов. Предполагается организация мероприятий в населенных пунктах – участниках конкурса с 7 декабря по 23 февраля, проведение публичной защиты презентаций с 24 по 28 февраля и интернет-голосование с 1 по 10 марта для определения победителей конкурса.

Старт конкурсу «Трезвое село 2019 года» был дан в июле текущего года. До 19 ноября проходил муниципальный этап. В нем приняли участие 52 района из 54 (кроме Архангельского и Салаватского). Участников первого этапа — более 400 сел из 52 районов (463). Самое большое количество заявок в Илишевском и Баймакском районах — 22 деревни. 

В каждом районе популярны спортивные мероприятия «Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух», сходы граждан, беседы с учащимися школ, почти в каждом селе был посвящен этому конкурсу традиционный праздник «Ҡаҙ өмәһе». Белорецкий район отличился тем, что у них активно занимаются возрождением народных ремесел. Организовывали показательные мероприятия, чем можно заняться на селе: знакомили технологией обработки овечьей шерсти, рассказывали об основных принципах пчеловодства, бортничества, устраивали мастер-классы по изготовлению курута, чак-чака, других национальных блюд.

Члены Исполкома Всемирного курултая башкир посещали мероприятия в районах и вели просветительскую работу. 

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *