Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы учредителдәр съезының эшлекле осрашыуы үтте // Встреча учредительного съезда Федеральной национально-культурной автономии башкир

Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы учредителдәр съезының эшлекле осрашыуы үтте. 

Съезда Силәбе, Свердловск өлкәләре, Татарстан, Коми Республикалары төбәк автономиялары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, БР Башлығы Хакимиәте эске сәйәсәт идаралығы , Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҡлығы йорто вәкилдәре,тарихсылар ҡатнашты. Съезды Силәбе автономияһы вәкиле Морис Йосопов алып барҙы. 

Күп милләттәрҙең федераль милли-мәҙәни автономиялары уңышлы эшләп килә, тәжрибә күрһәтеүенсә, ул ил кимәлендәге программаларҙа ҡатнашыу, гранттар яулау мөмкинлеге аса. Республиканан ситтә йәшәгән башҡорттар фекеренсә, федераль милли-мәҙәни автономия телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы өйрәнеү йәһәтенән өҫтәмә мөмкинлектәр бирәсәк. 

Федераль милли-мәҙәни автономия — билдәле этносҡа ҡараған һәм тыуған төйәгенән ситтә аҙ булған Рәсәй халыҡтары берекмәһе. Уның маҡсаты — милли мәҙәниәттең үҙенсәлеген һаҡлау, телде, мәғарифты һәм башҡа өлкәләрҙе үҫтереүгә ярҙам итеү. 

Состоялась рабочая встреча учредительного съезда Федеральной национально-культурной автономии башкир. 

Участники съезда – региональные автономии Челябинской, Свердловской областей, Республик Татарстан, Коми, историки Башкортостана, Управления внутренней политики Администрации Главы РБ, представители Министерства культуры, Дома дружбы народов, Всемирного курултая башкир, постпредства Башкортостана. 
На собрании обсуждались вопросы организации этнических групп и в других регионах России. Такая практика даст возможность решать вопросы на более масштабном уровне, сохранять культурное наследие и традиции, а также участвовать в программах и получать гранты.

ФНКА — это общественное объединение, которое представляет собой объединение граждан России, относящих себя к определенному этносу и находящейся в национальном меньшинстве на территории вне своей исторической родины. Ее целью является поддержание самобытности родной национальной культуры, развития языка, образования и других сфер. 

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *