Билдәле скульптор, РФ халыҡ рәссамы Салауат Щербаков менән осрашыу // Встреча с известным скульптором Салаватом Щербаковым

Билдәле скульптор, РФ халыҡ рәссамы Салауат Щербаков менән осрашыу 

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бинаһында билдәле скульптор Салауат Щербаков менән осрашыу үтте. Ул үҙенең шәжәрәһен, нәҫелдәрен өйрәнәм тип, республикаға өсөнсө тапҡыр килде. 

“Мин бала саҡтан үҙемдең башҡорт икәнемде белдем. Атайым: “Мин — башҡорт, исемем Дәүләтхажи , һин дә — башҡорт” — тип үҫтерҙе, тәрбиәләне. Үҙемдең балаларым, ейәнсәрҙәрем менән һөйләшкәндә лә: “Һеҙҙә башҡорт ҡаны аға” — тип әйтәм” — ти скульптор. 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Салауат Щербаковҡа Ҡыпсаҡ ырыуы тарихы яҙылған китап бүләк итте. Китапты асып, Ишкилдин Сиражетдин исемле ҡартатаһын табып, ул аптыраны. Скульптор башҡорт ырыуҙары тураһында ошондай баҫмалар барлығын бығаса белмәгән. Бынан тыш, уға “Башкиры” китабын тапшырҙылар. 

 Встреча с известным скульптором Салаватом Щербаковым. 

Сегодня в офисе Всемирного курултая башкир прошла встреча с известным скульптор ом, народным художником РФ Салаватом Щербаковым. Он приехал в республику в третий раз, чтобы изучить свои корни и шежере (родословную). 

“Я с детства знал, что я башкир. Мой папа воспитывал меня со словами: “Я — башкир, ты тоже башкир”. При общении с детьми, внуками тоже всегда говорю им: “Внутри вас течет башкирская кровь,” — говорит скульптор. 

Всемирный Курултай башкир подарил Салавату Щербакову книгу рода “Кипчак”. Он удивился, открыв книгу и найдя в нем информацию о своемдедушке — Ишкильдине Сиражетдине. Скульптор раньше и не знал о существовании таких книг о башкирских родах Кроме этого, ему вручили книгу “Башкиры”. 

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *