Яңы ойошма барлыҡҡа килде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был күренеште “башҡорттар тормошонда мөһим ваҡиға” тип билдәләне.

Өфөлә башҡорттарҙың Федераль милли-мәҙәни автономияһын ойоштороу съезы үтә. Ул төрлө төбәктәге милләттәштәребеҙҙең милли-мәҙәни автономиялары башланғысы менән ойошторолған. Съезға, Башҡортостандан тыш, Мәскәү, Силәбе, Свердловск, Волгоград, Тверь өлкәләренән, Коми, Татарстан, Ханты-Манси республикаларынан, Ямал-Ненец автономиялы округынан илленән ашыу делегат йыйылған.

“Торатау” конгресс-холында үткән съезд ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм үҙенең сығышында был сараның башҡорттар тормошонда мөһим ваҡиға булыуын билдәләне.

“Биләмәләребеҙ ҙур, башҡорттар күп төбәктәрҙә йәшәй. Беҙ сит өлкәләге милләттәштәребеҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Киләсәккә пландар ҙур”, – тине ул.

Программала башҡорттарҙың Федераль милли-мәҙәни автономияһын булдырыу һәм уға рәйес һайлау ҡаралғайны. Етәксе итеп бер тауыштан Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова һайланды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең ихтыяждары тураһында һөйләне. Төп ихтыяж- туған телдә белем алыу һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу, тине ул. Милләттәштәр яҡташтар менән йышыраҡ осрашырға, ижад менән шөғөлләнергә теләй, милли кейемгә ҡытлыҡ кисерә. Федераль милли-мәҙәни автономия менән берлектә халҡыбыҙҙың тарихи, рухи йолаларына һәм шул уҡ ваҡытта замана талаптарына таянған прогрессив халыҡ икәнлеген танытырлыҡ проектарҙы бойомға ашырырға өмөт итәбеҙ, тип белдерҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1387794-predsedatelem-federalnoy-natsionalno-kulturnoy-avtonomii-bashkir-stala-liliya-gumerova/

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *