“Күмертауҙа башҡорт телен өйрәнәм”

“Күмертауҙа башҡорт телен өйрәнәм” мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә “Күмертау русса-башҡортса һөйләшеү һүҙлеге”н баҫылып сыҡҡан. 
Ул ҙур булмаған уңайлы форматта эшләнгән, һөйләшеү һүҙлегенә (разговорник) йыш ҡулланылған һүҙҙәр индерелгән: һаулыҡ һорашыу, көндәлек эш-хәрәкәттәр, йыл миҙгелдәре лексикаһы, дауаханала йәки кибеттә кәрәк булған һүҙҙәр, Күмертауҙағы урам һәм майҙан исемдәре һәм башҡалар.

Ҡала башҡорттары ҡоролтайының ошо эшенә “Афарин!” тиәһе генә ҡала. Ул – башҡа район һәм ҡалаларҙағы башҡорт ҡоролтайҙары өсөн өлгө.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *