В Башкортостане во время разборов старого дома нашли уникальные сокровища // Башҡортостандың Әбйәлил районында иҫке өйҙө һүткәндә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо биҙәүесе табылған.

В Башкортостане во время разборов старого дома нашли уникальные сокровища.

В Абзелиловском районе при разборах старого дома нашли старинное башкирское национальное женское украшение – хакал.
Жительница деревни Янаул Мадина Якупова рассказала, что находку обнаружили родственники в заброшенном доме в селе Аскарово, где раньше жила их бабушка Мафтуха (Сулейманова по мужу).

Отметим, что раньше башкирки нашивали на нагрудники все ценные разменные предметы, которые были в семье — серебряные монеты, сулпы, коралловые бусины, бисер, раковины-каури. Хакал, селтәр, яға, муйынса — у башкир разных районов были свои названия нагрудника — были показателем статуса и в какой-то мере расчетным счетом семьи. Некоторые такие украшения приравнивались по цене лошади или коровы.

Чтобы сберечь в тяжелые годы ценную семейную реликвию, девушки завернули нагрудник, вышитый их мамой, в тряпицу и засунули меж бревен дома. После этого семья переехала в другую деревню, в их доме жили другие люди, затем строение горело, а в последние годы и вовсе оказалось заброшенным. Все эти годы о спрятанной ценности женщины помнили, но искать и забрать мамин нагрудник никто так и не решился. Жизнь не предоставляла такую возможность. Бабушка Мафтуха умерла в 1986 году, ей было 83 года.

И вот, спустя годы, реликвия нашлась и, что удивительно, в целости и сохранности. Правда, основа нагрудника вся сгнила, бусины, кораллы и монеты рассыпаются, но, что самое главное, такое ценное наследие нашлось, отметила Мадина. Предположительно, хакал был изготовлен в конце XIX века, но на нем есть еще более древние монеты — 1794 года.
Сейчас украшение находится у старшей сестры Мадины. Женщины хотят отдать нагрудник на реставрацию и оставить на память потомкам.

Башҡортостандың Әбйәлил районында иҫке өйҙө һүткәндә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо биҙәүесе табылған. 

Яңауыл ауылынан Мәҙинә Яҡупова һөйләүенсә, туғандары һаҡалды Асҡар ауылында элек өләсәләре Мәфтуха (ире буйынса Сөләймәнова) йәшәгән ташландыҡ йортта тапҡан. 
«Өләсәйебеҙ 1906 йәки 1910 йылда тыуған. Ул беҙгә йыш ҡына бәләкәй сағында апаһы менән бергә кулактарҙы ситкә һөргән осорҙа өйҙөң мөйөшөнә ҡиммәтле биҙәүес йәшереп ҡалдырыуҙары тураһында һөйләй торғайны», — ти ханым. 

Ауыр йылдарҙа ҡиммәтле ғаилә ҡомартҡыһын һаҡлап ҡалыу өсөн ҡыҙҙар әсәләре теккән селтәрҙе сепрәккә төрөп, өйҙөң бүрәнәһе араһына ҡыҫтырып ҡуйған. Шунан һуң ғаилә икенсе ауылға күсеп киткән, уларҙың йортонда башҡа кешеләр йәшәгән, һуңынан өйҙә янғын сыҡҡан, ә һуңғы йылдарҙа бөтөнләй ташландыҡҡа әүерелгән. Ошо йылдар буйына улар йәшерелгән биҙәүес тураһында онотмаған, ләкин береһе лә әсәләренең селтәрен эҙләп ҡарарға ҡыймаған. Мөмкинлек килеп сыҡмаған. Өләсәләре Мәфтуха 1986 йылда 83 йәшендә донъя ҡуйған. 

Бына күп йылдар үткәс, ҡомартҡы табылған, шуныһы ғәжәп: ул бөтөн көйө һаҡланған. Шулай ҙа селтәрҙең нигеҙе серегән, муйынсаҡтары, мәрйендәре һәм тәңкәләре ҡойолоп тора, ләкин ошондай ҡиммәтле мираҫтың табылыуы бик мөһим, ти Мәҙинә. Һаҡал XIX быуат аҙағындараҡ тегелгән тип фаразлана, әммә унда боронғораҡ – 1794 йылғы тәңкәләр ҙә бар. 

Хәҙер биҙәүес Мәҙинәнең өлкән апаһында. Ханымдар биҙәүесте реставрацияларға һәм вариҫтарына иҫтәлек итеп ҡалдырырға теләй.

http://www.bashinform.ru/bash/1388087/

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *