Республиканың иң шәп ҡурайсыһы Баймаҡ районынан

Республиканың иң шәп ҡурайсыһы Баймаҡ районынан. 
Туймазы ҡалаһында үткән III Асыҡ ҡурайсылар бәйгеһендә Риф Ҡәйепҡолов Гран-при яуланы.

Быйыл сарала 130-ҙан ашыу ҡурайсы ҡатнашҡан. Туймазы районы хакимиәте мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Әбсәләмов әйтеүенсә, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 12 ансамбль сығыш яһаған. Быйыл айырыуса Балтас, Баҡалы, Благовещен райондарынан ҡурайсылар әүҙем ҡатнашҡан. 

Йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны арта. Туймазы районынан ғына 3 коллектив көс һынашҡан. Серафимовка балалар музыка мәктәбендә ҡурайсылар ансамбле күптән түгел ойошторолған, уларҙың был – тәүге сығыштарының береһе. 

Йәш бәйгеселәр менән бер рәттән, оло йәштәге ҡурайсыларҙың да ҡатнашыуы бәйгегә мәртәбә өҫтәй, ти ойоштороусылар. 
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев һәм Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Заһир Ишкин иң йәш һәм иң оло ҡатнашыусыға бүләктәр тапшырҙы. Өфөнән 8 йәшлек Раил Кирәев һәм Баймаҡтан 70 йәшлек Сабирйән Байназаров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының бүләктәренә лайыҡ булды. 

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *