Башҡорт теле көнөнә ҡарата Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған ижади конкурсҡа бик күп эштәр килә // К творческому конкурсу, посвященному Дню башкирского языка, присоединяется все больше людей

Башҡорт теле көнөнә ҡарата Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған ижади конкурсҡа бик күп эштәр килә. 

Бөрйән районы Әбделмәмбәт урта мәктәбе Килдеғол филиалының 6-сы класс уҡыусылары “Театрлаштырылған күренеш” конкурсына ҡушыла. Улар Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесынан “Бына кем икән минең һеңлем” өҙөгөн сәхнәләштергән. 

Ейәнсура районы Яңыбай мәктәбе уҡыусылары ла “Театрлаштырылған күренеш” конкурсына Мостай Кәримдең ”Айгөл иле” әҫәренән өҙөк әҙерләгән. Азалия Күзәшева, Шамил Мортазин, Фидан Әбсәләмов – 8-се класс уҡыусылары. 

Сибай ҡалаһының «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы «Ҡолонсаҡ» төркөмөнән Рушана Шәрипова «Ике ҡыҙ» әкиәтен һөйләй. 

“Һаумы, hаумы әкиәт!” конкурсына Мәләүез районының Ҡотош төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 3 класс уҡыусыһы Илзидә Рәхмәтуллина ла ҡушыла. Ул “Ҡамыр батыр” башҡорт халыҡ әкиәтен әҙерләгән. 

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_20753

К творческому конкурсу, посвященному Дню башкирского языка, присоединяется все больше людей.

На почту организатора –Всемирного курултая башкир ежедневно приходят десятки и десятки видеозаписей со сказками, инсценировками ,а также сочинения- эссе по прочитанным произведениям. 

Учащиеся Абдульмамбетовской школы Бурзянского района участвуют в конкурсе “Театрализованное представление” с работой по повести Мустая Карима “Радость нашего дома”. 
Учащиеся Яныбайской школы Зианчуринского района подготовили к конкурсу отрывок из произведения “Страна Айгуль” Мустая Карима. 

Рушана Шарипова из д/с «Теремок» г.Сибай рассказывает сказку “Две дочери”. К конкурсу “Здравствуй, здравствуй, сказка” присоединяется и ученица 3 класса Кутушевской школы Мелеузовского района Ильзида Рахматуллина. Она подготовила башкирскую народную сказку “Камыр батыр”. 

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *