Архангел районында сая килендәр һәм йор һүҙле ҡәйнәләр йәшәй

Йәмғиәттә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, татыу ғаиләләр өлгөһөндә башҡаларҙы тәрбиәләү маҡсатында район мәҙәниәт йортонда “Килендәр һәм ҡәйнәләр” бәйгеһе үтте. Бында ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә лә, аш-һыуҙарыбыҙға ла иғтибар етерлек булды. Райондың уңған, булдыҡлы ҡатын- ҡыҙҙары үҙҙәре менән таныштырҙы. Оҙондар ауылынан киленле – ҡәйнәле Мөхәмәтдиновтар ғаиләһе- йәш килен Гүзәл, ҡәйнәһе Нәзирә апай һәм туғыҙынсы тиҫтәһен иләгән ағинәй һәм оло ҡәйнә Зәбиҙә әбей […]
Продолжить чтение…

 

Башҡорт теле көнөнә “Аҡмулла” спектакле сәхнәләштерелә // В Башкортостане готовят спектакль о жизни башкирского просветителя Акмуллы.

Башҡорт теле көнөнә “Аҡмулла” спектакле сәхнәләштерелә  Спектаклде Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” халыҡ театры әҙерләй. “Һуңғы йылдарҙа Аҡмулла тормошо һәм ижады тураһында яңы мәғлүмәттәр тупланды”, – ти “Аҡмулла аманаты” китабы авторы, яҙыусы Фәнис Янышев. Режиссер Илнур Лоҡманов әйтеүенсә, Аҡмулланың төрмәлә ултырғанда хат яҙыуы, атаһы менән булған мөнәсәбәте спектаклдә киң сағылыш ала. 
Продолжить чтение…

 

Хәбиров: «Төп бәләбеҙ тарҡаулыҡ ине, беҙ берҙәмлеккә аҙым яһаныҡ»

Тарҡаулыҡ, берҙәмлектең булмауы Башҡортостандың төп проблемаһы ине, ләкин бөгөн йәмғиәттең берләшә башлауы күҙәтелә. Республика башлығы Радий Хәбиров 10 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә ошо хаҡта белдерҙе.
Продолжить чтение…