Архангел районында сая килендәр һәм йор һүҙле ҡәйнәләр йәшәй

Йәмғиәттә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, татыу ғаиләләр өлгөһөндә башҡаларҙы тәрбиәләү маҡсатында район мәҙәниәт йортонда “Килендәр һәм ҡәйнәләр” бәйгеһе үтте. 
Бында ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә лә, аш-һыуҙарыбыҙға ла иғтибар етерлек булды. 
Райондың уңған, булдыҡлы ҡатын- ҡыҙҙары үҙҙәре менән таныштырҙы. Оҙондар ауылынан киленле – ҡәйнәле Мөхәмәтдиновтар ғаиләһе- йәш килен Гүзәл, ҡәйнәһе Нәзирә апай һәм туғыҙынсы тиҫтәһен иләгән ағинәй һәм оло ҡәйнә Зәбиҙә әбей татыу ғүмер кисерә. 

Аш-һыу бәйгеһендә лә һыр бирмәне сарала ҡатнашыусылар. Килен заманса тәмле ризыҡ әҙерләһә, ҡәйнәләр милли аш-һыу өлгөләрен тәҡдим итте. 
“Һыу юлы”бәйгеһендә еңеүсе лә, еңелеүсе лә булмағандыр, сөнки һәр береһе һыулы биҙрәләр эленгән көйәнтәне яурындарына аҫып сәхнә уртаһындағы “баҫманан” еңел генә уҙҙы. Һуңынан улар “Ижади бәйге”, “Минең имидж” конкурстарында көс һынашты. Ҡәйнәләр ҙә үҙҙәренең күлдәк- камзулдарын тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. 
Гүзәл Шәйхулла ҡыҙы — “ Сая килен”, Нәзирә Фәхрислам ҡыҙы — “Оҫта ҡуллы”, оло быуын вәкиле Зәбиҙә әбей — “Йор һүҙле” исеменә лайыҡ булды. 

Гүзәл — Белорет районы ҡыҙы, уҡытыусы. Тормош иптәше Рөстәм менән Әмирхан исемле ул үҫтерәләр. Ҡәйнәләр бер һүҙҙән уның тәрбиәле, уңған, итәғәтле, изге күңеллелеген маҡтап, килендән уңыуҙарын белдерҙе. 

Һәр ауылда нигеҙ ҡото булырлыҡ килендәр, әсәләр, ҡәйнәләр бар. 
Ошондай йолалар йәшәйешебеҙгә бер биҙәк өҫтәй.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *