Башҡорт теле көнөнә “Аҡмулла” спектакле сәхнәләштерелә // В Башкортостане готовят спектакль о жизни башкирского просветителя Акмуллы.

Башҡорт теле көнөнә “Аҡмулла” спектакле сәхнәләштерелә 

Спектаклде Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” халыҡ театры әҙерләй. “Һуңғы йылдарҙа Аҡмулла тормошо һәм ижады тураһында яңы мәғлүмәттәр тупланды”, – ти “Аҡмулла аманаты” китабы авторы, яҙыусы Фәнис Янышев. 
Режиссер Илнур Лоҡманов әйтеүенсә, Аҡмулланың төрмәлә ултырғанда хат яҙыуы, атаһы менән булған мөнәсәбәте спектаклдә киң сағылыш ала. 

В Башкортостане готовят спектакль о жизни башкирского просветителя Акмуллы. 

Премьера приурочена к Дню башкирского языка. Спектакль будет поставлен народным театром “Корос” Башкирского государственного педагогического университета им. Мифтахетдина Акмуллы. 

“В последние годы мы смогли собрать новые сведения о жизни и творчестве Акмуллы”,-говорит писатель Фанис Янышев, автор книги «Завещание Акмуллы». По словам режиссера Ильнура Лукманова, в спектакле рассказывается о письмах, которые он писал из тюрьмы, о его отношениях с отцом, так же в новой постановке зрители смогут узнать много интересных фактов об Акмулле.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *