Шәжәрәлә – халыҡ тарихы

Күмертау ҡалаһында башҡорт, сыуаш һәм татар ғаиләләре ҡатнашҡан “Шәжәрә” байрамы үтте. Сараны ҡала ҡоролтайы мәҙәниәт булеге менән бергә үткәрҙе. 
Байрамда ҡатнашыусылар үҙҙәренең быуындан-быуынға күсә килгән шәжәрәләре, ғаиләләрендәге ғөрөф-ғәҙәттәр һәм таланттарын күрһәтте.

Жюри ағзалары белдереүенсә, шәжәрәләрен белеүселәр араһында Хәйерзамановтар айырылып торҙо, улар ата-бабаларының етенән дә күберәк быуынын барлаған. Хәйерзамановтарҙың тарихи тамырҙарына, ғаилә эсендә һаҡланған йола, ғөрөф-ғәҙәттәр һәм ғаилә ҡиммәттәренә булған оло ихтирамы, иғтибары жюри ағзаларын ғына түгел, тамашасыларҙы ла хайран итте. Был ғаилә “Шәжәрәләрен 7 һәм унан да күберәк быуынғаса белеүсе” номинацияһында еңде. Ниғмәтуллиндар “Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаусы ғаилә” һәм Лаврентьевтар “Ғаилә йолаларын һаҡлаусы ғаилә” исемен алды.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *