Өфө ҡалаһының төп урамы Октябрь проспектында башҡорт мәктәбе булырға тейеш // В Уфе на главной улице — на проспекте Октября должна появиться башкирская школа.

Өфө ҡалаһының төп урамы Октябрь проспектында башҡорт мәктәбе булырға тейеш.

Баш ҡала башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Гөлфиә Янбаева белдереүенсә, Өфөлә йылдан-йыл балаларын башҡорт телендә уҡытырға теләгән ғаиләләр һаны арта. 

Ҡала ҡоролтайы киләһе уҡыу йылында проспектта башҡорт мәктәбе асылырға тейеш тип иҫәпләй. 

Эшлекле осрашыуҙа БР Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин да ҡатнашты. Уның әйтеүенсә, мәктәптә башҡорт кластарын асыу өсөн ата-әсәләрҙән ғариза кәрәк. Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты был мәсьәләгә министр менән тағы туҡталасаҡ тип килешелде. 

Сарала ҡатнашыусы райондар һәм ҡалалар башҡорттары ҡоролтайының етәкселәре министрҙан башҡорт телен уҡытыу, аҙ комплекты мәктәптәр эше менән дә ҡыҙыҡһынды.

В Уфе на главной улице — на проспекте Октября должна появиться башкирская школа.

По словам руководителя Курултая столицы Гульфии Янбаевой, число желающих изучать башкирский с каждым годом растёт.

Городской Курултай считает необходимым открыть башкирскую школу на проспекте.

На рабочей встрече принял участие министр образования и науки Айбулат Хажин. По его словам, чтобы открыть башкирские классы, необходимы заявления от родителей. Было решено ещё раз обсудить этот вопрос с министром.

Руководители районных и городских курултаев интересовались созданием малокомплектных школ и обучением башкирского языка в школах. 

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *