Өфөлә Башҡортостан Республикаһы райондары һәм ҡалалары башҡорттары ҡоролтайзары етәкселәре өсөн стратегик сессия үтә. 

Осрашыуҙың тәүге өлөшө “Донъяуи кафе” форматында уҙа. 
Район ҡоролтайҙары етәкселәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары командаларға берләшеп, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләй. 

“Башҡорт телендә һөйләшеүселәр һанын нисек арттырырға? Ауыл клубтарын нисек йәнләндерергә? Нисек тарихты һаҡларға? Ҡоролтай абруйын нисек күтәрергә?” тигән һорауҙарға аныҡ тәҡдимдәр индерҙе. 
Төштән һуң эшлекле осрашыуҙа башҡорт телен уҡытыу, ата-әсә комиссиялары эше, “Айыҡ ауыл”, “Шайморатов вариҫтары” проекттары, йәштәр менән эш, социаль проектлау кеүек һорауҙар ҡараласаҡ.

В Уфе проходит стратегическая сессия для руководителей районных и городских курултаев.

Первая часть мероприятия проходит в формате «Мировое кафе». Члены Исполкома Всемирного курултая башкир, руководители районных курултаев разделились на команды и ищут пути решения проблем.

«Как увеличить число носителей башкирского языка? Как вернуть привлекательность сельским клубам? Как сохранить историю? Каким образом можно поднять влияние Курултая?». Именно на эти вопросы они отвечают и вносят предложения. 

После обеда участники будут рассматривать вопросы относительно социальных проектов, обучения башкирского языка, работы родительской комиссии и проектов «Трезвое село», «Шаймуратовцы».

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *