“Мега” сауҙа үҙәгендә Башҡорт теле көнө уңайынан байрам сараһы бара. Уйындар, йыр-моң – тамаша туған телебеҙҙә, башҡортса үтә.

Тантанаға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған “Башҡорт телен яратам” интернет-конкурстары еңеүселәре лә килгән.

Гөлмирә Бикбова Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан, ул “Һаумы, һаумы, әкиәт” конкурсында ҡатнашып еңеү яуланы.

Аҡйондоҙ Билалова Бөрйән районы Килдеғол ауылынан килгән, “Мин башкортса укыйым” конкурсында 2-се урын яуланы. Ошо уҡ конкурста Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылынан Наилә Аҡманова ла еңеүгә өлгәште.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *