“Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙың ҡала-район башҡорттары ҡоролтайҙары етәкселәре менән осрашты.

Йыйынды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова асты.

Радий Фәрит улы барыһын да байрам менән ҡотланы.

“Башҡорт теленең үҫеше, ҡулланылыу даирәһе өсөн был көн бик мөһим, – тине республика етәксеһе. – Туған телебеҙҙең яҙмышы һәр беребеҙгә туранан-тура бәйле. Башҡорт теле юғары даирәләргә лә күтәрелде, хәҙер мөһим ултырыштарҙа башҡортса сығыш яһай башлауҙары һәр беребеҙгә мәғлүм”.

 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, күренекле шағирә, Шәйехзада Бабич, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты Лариса Абдуллина үҙ сығышында республикабыҙҙың ҡала-райондарында Башҡорт теле аҙналығы үткәреү, уны бер-береһенә эстафета рәүешендә тапшырыу проектын тәҡдим итте. Лариса Хашим ҡыҙы телмәрен шиғыр менән тамамланы.

“Без – башкортлар” ойошмаһы ағзаһы Радик Бәхтиев Ҡалтасы районында этно-мәҙәни үҙәк төҙөү фекерен еткерҙе, был тәңгәлдә ярҙамға өмөт итеүҙәрен әйтте.

Һөйләшеү фәһемле һәм эшлекле үтте.

Автор: Илдар Акьюлов

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *