Башҡорт теле көнөндә — «Байыҡ» башҡорт бейеүе конкурсы! // В День башкирского языка — конкурс башкирского танца «Баик»!

Башҡорт теле көнөндә — «Байыҡ» башҡорт бейеүе конкурсы!

14 декабрь «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Байыҡ» башҡорт бейеүе конкурсы үтте. Быйыл гала-концертта башҡорт халҡы күпләп йәшәгән күрше төбәктәрҙән төрлө бейеү коллективтары ла ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәр береһенә рәхмәт хаты тапшырҙы. 

Улар — Пермь крайынан «Ғилмияза» халыҡ фольклор ансамбле, Ҡурғандан — «Бәхет» халыҡ фольклор ансамбле, Силәбенән — «Айгөл» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Ырымбурҙан — «Юлдаш» фольклор коллективы. Бынан тыш, Һарытау өлкәһенән солистка Римма Ғәлиева ла сығыш яһаны. 

Күрше төбәктән килгән яҡташтарыбыҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләк иткән милли кейемдәрҙә сығыш яһаны. 

 В День башкирского языка — конкурс башкирского танца «Баик»!

14 декабря в ГКЗ “Башкортостан” прошёл конкурс башкирского танца «Баик». В этом году на гала-концерте приняли участие коллективы из соседних регионов с компактным проживанием башкир. Председатель Президиума Всемирного курултая башкир Эльвира Аиткулова вручила каждому благодарственные письма.

Среди них — народный фольклорный ансамбль «Ғилмияза» Пермского края, народный фольклорный ансамбль «Бэхет» Курганской области, ансамбль народного танца «Айгуль» Челябинской области, фольклорный коллектив «Юлдаш» Оренбургской области. Своим сольным выступлением порадовала зрителей и Римма Галиева из Саратовской области.

Наши соотечественники из регионов выступали в национальных костюмах, которые были подарены Всемирным Курултаем башкир. 

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *