Ҡәнзәфәр бейҙең тыуыуына 490 йыл тулыуға мең ырыуы нисек әҙерләнә?

“Мең ырыуы” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда Шишмә районы хакимиәте һәм ырыуҙың әүҙем вәкилдәре ҡатнашты. Көн үҙәгендә төп мәсьәлә –Ҡәнзәфәр бейҙең тыуыуына 490 йыл тулыу айҡанлы сараларға әҙерлекте тикшереү.
Ҡәнзәфәр бей- арҙаҡлы шәхес, ул 16-17 быуаттарҙа мең ырыуы етәксеһе булған.

Ырыуҙаштар ул ерләнгән зыяратты тәртипкә килтерелә башлаған, кәртәләнгән. Бынан тыш, Шишмә районы Ябалаҡлы ауылы янында юлдарҙы төҙөкләндереү, ауылда киләсәктә музей асыу кеүек эштәр билдәләнгән

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *