Балалар өсөн тамаша! // Представление для детей!

 Балалар өсөн тамаша! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 22 декабрь көндөҙгө сәғәт 3-тә балалар өсөн башҡортса тамаша тәҡдим итә. Легендар Г.Х Андерсен әкиәте буйынса ҡуйылған “Үҙ йөрәгеңде тыңла”(“Снежная королева”) спектакленә рәхим итегеҙ. Әкиәт Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй залында ҡуйыла.Билет алыу буйынса тел.2723533
Продолжить чтение…

 

Өфөлә 2-се лицейға атаҡлы башҡорт яҙыусыһы Ғәли Ибраһимов исеме бирелде

2019 йылда башҡорт халҡының арҙаҡлы улына, шағирға, педагогҡа, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ис. Дәүләт премияһы лауреты, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл тулды. Сараға халыҡ күп йыйылды: яҙыусылар, ғалимдар, ҡаланың зыялылары, шағирҙар. Район хакимиәте башлығы Олег Котов йыйылған халыҡҡа, айырым атап яҙыусының ҡыҙҙары – Һөйөклө һәм Гүзәл Ибраһимоваларға рәхмәтен әйтте.  Олег […]
Продолжить чтение…

 

Йәш Башҡортостан // Молодой Башкортостан

 Йәш Башҡортостан Киләһе йылдың башында атаҡлы шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тула. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы азатлыҡ йырсыһы, дәүләт эшмәкәре, телмәр оҫтаһы Шәйехзада Бабичтың 1918 йылда сыҡҡан “Йәш Башҡортостан Зәңгәр йырҙар” китабын нәшер итте. Йыйынтыҡтың үҙенсәлеге шунда: унда шиғырҙар шағир нисек яҙған, шулай һәм факсимиле яҙмалары бирелгән. Мәҫәлән, киң билдәле “Башҡортостан” шиғыры […]
Продолжить чтение…

 

Сәйәхәтселәр башҡорт балын ярата! // Башкирский мед вошел в Топ-10 популярных сладостей у путешественников

Сәйәхәтселәр башҡорт балын ярата! Башҡорт балы сәйәхәтселәрҙең 10 билдәле тәм-том исемлегенә инде. Рәсәйҙең йорттарҙы ялда ҡуртымға биреү сервисы социаль селтәрҙәрҙә Рәсәй, Ҡырым һәм Абхазияның иң яҡшы тәмлекәстәре тураһында һорашты.  Беренсе урында — ҡырым нугаһы һәм абхаз чурчхеллаһы. Икенселә — сәк-сәк. Өсөнсө урында иһә — башҡорт балы.  Сығанаҡ: Башинформ
Продолжить чтение…

 

Тарих // История

20-се быуат башында Дим буйы башҡорттары йәй эсендә ҡымыҙ менән ярты миллион һумға тиклем аҡса эшләгән.  “Ҡымыҙ эшләй торған ерҙә урынлашҡан ауылдарҙа ҡымыҙҙан күп аҡса алалар. Был ауылдарҙағы 4 мең ҡымыҙсынан сығым 100 һум һәм юлға һәр береһенән 2-шәр һум тип һанаһаҡ, урындағы халыҡтың килеме 408 000 һум килеп сыға. Шулай итеп, һәйбәт миҙгелдә ҡымыҙҙан […]
Продолжить чтение…

 

Башҡорт теле көнө уңайынан ойошторолған “Башҡорт телен яратам” конкурсында ҡатнашыусылар иғтибарына!

Хөрмәтле дуҫтар!Һеҙҙең һәр берегеҙгә конкурста ҡатнашыуын раҫлаған сертификат тапшырыла. Уны алыр өсөн Башҡорт теле көнө – 2019 төркөмөнә үтегеҙ.  Киләсәктә лә ижади бәйгеләрҙә ҡатнашығыҙ! Яңы үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ! https://vk.com/bashkorttelekono
Продолжить чтение…

 

Башҡорт теле – телдәр фестивалендә // Башкирский язык – на фестивале языков.

Башҡорт теле – телдәр фестивалендә. Әлеге мәлдә Башҡорт дәүләт университетында ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында аҫаба халыҡтар телдәренә, Башҡортостан Республикаһының – 100, вуздың 110 йыллығына арналған VII халыҡ-ара телдәр фестивале бара. Бөгөн унда Башҡортостандан һәм Рәсәй төбәктәренән 436 делегат ҡатнаша.  Сарала республикабыҙҙың Сибай институтынан килгән делегация ла ҡатнаша. Улар фестивалдең төрлө секцияларында башҡорт музыка ҡоралдары, башҡорт лингвистикаһы […]
Продолжить чтение…

 

Өфө — Стокгольм һауа юлы асылырмы? // Будет ли создана авиалиния Уфа-Стокгольм?

 Өфө — Стокгольм һауа юлы асылырмы? Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Швециянан Альбина Ғәйнанова һәм Гүзәл Фәзлетдинова килде. Улар Guzalland башҡорт-татар ойошмаһының киләсәккә ҡорған пландары тураһында һөйләне, Башҡортостан менән Швеция араһында дуҫлыҡ ептәрен булдырыу хаҡында фекерҙәре менән бүлеште. Скандинав ярымутрауынан ҡунаҡтар Өфөлә 12-13 декабрҙә үткән этнотуризм буйынса халыҡ-ара форумда ҡатнашырға ҡайтҡан. Сарала улар Өфө-Вена араһындағы […]
Продолжить чтение…