Башҡорт теле – телдәр фестивалендә // Башкирский язык – на фестивале языков.

Башҡорт теле – телдәр фестивалендә.

Әлеге мәлдә Башҡорт дәүләт университетында ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында аҫаба халыҡтар телдәренә, Башҡортостан Республикаһының – 100, вуздың 110 йыллығына арналған VII халыҡ-ара телдәр фестивале бара. Бөгөн унда Башҡортостандан һәм Рәсәй төбәктәренән 436 делегат ҡатнаша. 

Сарала республикабыҙҙың Сибай институтынан килгән делегация ла ҡатнаша. Улар фестивалдең төрлө секцияларында башҡорт музыка ҡоралдары, башҡорт лингвистикаһы һәм семантикаһы, инглиз һәм рус теле материалдарында телмәр тотоусыларҙың стилистик үҙенсәлектәре кеүек темаларға сығыш яһай.

Фестивалдә йәмғеһе 15 секцияла донъяның төрлө телдәре, уларҙы өйрәнеү үҙенсәлектәре, замана шарттарында телдәрҙе өйрәнеү һәм популярлаштырыу алымдары тураһында һүҙ барасаҡ. Сараға донъяның 40-тан ашыу теле тураһында 198 эш тәҡдим ителгән. 

Сығанаҡ: “Башҡортостан” гәзите.

 Башкирский язык – на фестивале языков.

Сегодня в БГУ под эгидой ЮНЕСКО проходит международный фестиваль языков, посвящённый языкам коренных народов, 100-летию образования РБ, 100-летию ВУЗа. Сегодня там участвуют из Башкортостана и России 436 делегатов.

В мероприятии участвует делегация из Сибайского института. Они выступают на разных секциях фестиваля на такие темы, как башкирские музыкальные инструменты, башкирская лингвистика и семантика и др.

На фестивале в 15 разных секциях будут обсуждать разные языки мира, особенности их изучения, обучение в условиях современного мира. На мероприятие поступило 198 работ о 40 языках.

Источник: газета «Башкортостан».

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *