Йәш Башҡортостан // Молодой Башкортостан

 Йәш Башҡортостан

Киләһе йылдың башында атаҡлы шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тула. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы азатлыҡ йырсыһы, дәүләт эшмәкәре, телмәр оҫтаһы Шәйехзада Бабичтың 1918 йылда сыҡҡан “Йәш Башҡортостан Зәңгәр йырҙар” китабын нәшер итте. Йыйынтыҡтың үҙенсәлеге шунда: унда шиғырҙар шағир нисек яҙған, шулай һәм факсимиле яҙмалары бирелгән. Мәҫәлән, киң билдәле “Башҡортостан” шиғыры былай яңғырай:

Башҡортостан – гөлбостан, сөнбөлөстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үскән башҡорт атлы арыслан!
Арысланнар үз ерен залимдардан таптатмас,
Таптаймын дип атласа, башҡорт ҡаны атлатмас.
Ил өстөнә чапкан яу башҡорт жанын ҡаҡшатмас,
Бычраҡ табан астында башҡорт намысы ятмас!

Автор: Лариса Абдуллина

 Молодой Башкортостан

В начале следующего года исполняется 125 лет со дня рождения поэта Шайхзады Бабича. В связи с этим Всемирный Курултай башкир издал книгу “Йәш Башҡортостан Зәңгәр йырҙар” государственного деятеля, поэта Шайхзады Бабича, выпущенную в 1918 году. Особенность сборника в том, что стихи сохранены в том же виде, в каком писал автор. 

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *