Өфө — Стокгольм һауа юлы асылырмы? // Будет ли создана авиалиния Уфа-Стокгольм?

 Өфө — Стокгольм һауа юлы асылырмы?

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Швециянан Альбина Ғәйнанова һәм Гүзәл Фәзлетдинова килде. Улар Guzalland башҡорт-татар ойошмаһының киләсәккә ҡорған пландары тураһында һөйләне, Башҡортостан менән Швеция араһында дуҫлыҡ ептәрен булдырыу хаҡында фекерҙәре менән бүлеште.

Скандинав ярымутрауынан ҡунаҡтар Өфөлә 12-13 декабрҙә үткән этнотуризм буйынса халыҡ-ара форумда ҡатнашырға ҡайтҡан. Сарала улар Өфө-Вена араһындағы кеүек, Өфө-Стокгольм һауа юлын асыу тураһында тәҡдим индергән. Альбина менән Гүзәл әйтеүенсә, Швецияла шифаханаға оҡшаш һауыҡтырыу учреждениелары юҡ. Ике ҡала араһында һауа юлын булдырыу Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә ҙур өлөш индерәсәк.

Киләһе йылда Guzalland ойошмаһы менән бергә Женевала башҡорт-татар һабантуйында ҡатнашырға теләк белдерҙеләр. 

 Будет ли создана авиалиния Уфа-Стокгольм?

Сегодня во Всемирный Курултай башкир пришли Альбина Гайнанова и Гузель Фазлетдинова из Швеции. Они рассказали о планах на будущее недавно созданной организации башкир и татар Скандинавии Guzalland, поделились мыслями о создании дружеских связей между Башкортостаном и Швецией.

Гости из Скандинавского полуострова приняли участие в Международном форуме по этнотуризму, который проходил 12-13 декабря в Уфе. На мероприятии они подняли вопрос о создании прямой авиалинии между Уфой и Стокгольмом как между Уфой и Веной. По словам Альбины и Гузель, в Швеции нет учреждений, похожих на санатории. Поэтому создание между двумя городами авиалинии повысит туристический потенциал Башкортостана.

В будущем году вместе с организацией Guzalland они собираются принять участие в башкиро-татарском Сабантуе в г.Женева.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *