Учалы районының Рафиҡ ауылында -Ҡаҙы байрамы

Ауыл халҡы берҙәм генә йылҡы малын салып, һуғым өмәһе йолаһын күмәкләп күрһәтте. 
Ауылдың яңы ғына ойошторолған ағинәйҙәр һәм ир-егеттәр ҡоро ошо байрамды матур ойошторҙо. Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын һаҡлау – милләтебеҙҙе лә һаҡлау, ти ауыл старостаһы. Хәрәм ризыҡтарһыҙ үткән Һуғым өмәһе йыр бейеү менән аралашып барҙы. 

Халҡымдың ихласлығына һоҡландым ошо сарала. Рафиҡ ауылындағы өмәлә район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Алик Сәләхетдинов һәм социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко ла ҡатнашты. Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева, Учалы башҡорттары ҡоролтайының ата-әсәләр комитеты рәйесе Илдар Исхаков та ошо сараны ойоштороуҙа үҙ өлөшөн индерҙе. Ҙур рәхмәт Рафиҡ ауылы халҡына! 

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *