Легендар хәрби Мәхмүт Гәрәев арабыҙҙан китте // Ушел из жизни легендарный военачальник Махмут Гареев

Легендар хәрби Мәхмүт Гәрәев арабыҙҙан китте. 

Бөгөн 96 йәшендә билдәле хәрби, отставкалағы армия генералы Мәхмүт Әхмәт улы Гәрәев вафат булды. 
Мәхмүт Әхмәт улы- фронтовик, Хәрби фәндәр академияһы президенты, хәрби фәндәр һәм тарих фәндәре докторы. 
Һуғышта тәүге сынығыуҙы 1941 йылда 18 йәшлек сағында Мәскәү өсөн алышта ала. Курск алышында ҡатнаша. Армияла барлығы 50 йылдан ашыу хеҙмәт итә. 
1984 йылдан СССР Хәрби көстәре Генераль штабы начальнигы урынбаҫары, 1995 йылдан -Хәрби фәндәр академияһы президенты. 

Ул 1923 йылда Силәбе ҡалаһында тыуған. Ата-әсәһе сығышы менән Башҡортостандың Шишмә районы Сәлих ауылынан. Мәхмүт Гәрәев ата-бабалары төйәгенә йыш килә. 2013 йылда Шишмә районында генералдың тормошо һәм хәрби эшмәкәрлегенә бағышланған Хәрби дан музейы асыла. 
Мәхмүт Гәрәев бихисап орден-миҙалдар менән бүләкләнгән, ул 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 300-ҙән ашыу мәҡәлә авторы. 

Мәхмүт Әхмәт улының яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Уны хөрмәт иткән кешеләрҙең барыһы өсөн дә ауыр юғалтыу. Мәхмүт Гәрәев халыҡ хәтерендә бөйөк шәхес булып мәңге һаҡланасаҡ.

Ушел из жизни легендарный военачальник Махмут Гареев 

В Москве ушел из жизни выдающийся советский и российский военачальник, генерал армии в отставке Махмут Гареев, которого многое связывало с Башкортостаном. 
Президент Академии военных наук генерал армии Махмут Гареев умер в возрасте 96 лет. 

Махмут Ахметович Гареев — фронтовик, президент Академии военных наук, генерал армии, доктор военных наук и доктор исторических наук. Родился 23 июля 1923 года в городе Челябинске, в семье рабочего и домохозяйки. Его родители были родом из села Салихово Чишминского района Башкирии. Махмут Гареев часто приезжал на родину родителей. В 2013 году здесь открыли Музей боевой славы, посвященный жизнедеятельности Махмута Гареева и другим ветеранам боевых действий. 

Махмут Гареев награжден 19 орденами и 30 медалями. Он — автор более 100 научных трудов, более 300 статей, участник шести локальных войн и вооруженных конфликтов, в том числе в Египте и Афганистане.
Выражаем родным и близким Махмута Ахметовича глубочайшие соболезнования.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *