Медицина уҡыу йорттарынан ирекмәндәр “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә сәләмәтлек акцияларына йәлеп ителә

Проекттың республика этабында сараларҙы бойомға ашырыу буйынса оператив кәңәшмә үтте. 
Ултырышты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева алып барҙы. Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Өфө медицина колледжы студенттарының “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабына үткән ауылдарға барыуы планлаштырыла. Улар унда “Сәләмәтлек һәм айыҡлыҡ көнө” исемле акцияларында ҡатнашасаҡ.

Проектҡа Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы Сәләмәтлек үҙәктәрен йәлеп итеү мәсьәләһе лә ҡаралды. Конкурста ҡатнашыусы ауылдарға табиптарҙың килеүе күҙ уңында тотола. 
Был һорау буйынса тулыраҡ мәғлүмәт һәм саралар теҙмәһе ошо арала сәхифәбеҙҙә донъя күрәсәк. 

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *