“Айыҡ ауыл” // “Трезвое село”

«Айыҡ ауыл» конкурсы барышында республикала эскелек мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу бәйләнеш ойошторола.

22-23 ғинуарҙа наркологтар, психологтар, психотерапевтар республика халҡына бушлай аноним консультация бирә. Был көндәрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем 8-800-7000-183 номеры буйынса бушлай шылтыратып, эскелек, наркомания, дауаланыу менән бәйле һорауҙарға яуаптар алырға мөмкин. 

“Айыҡ ауыл-2019» республика конкурсының беренсе этабында 464 ауыл ҡатнашты.

«Айыҡ ауыл-2019» республика конкурсының муниципаль этабында 54 райондың 52-һенән (Мәсетле һәм Салауат райондарынан тыш)464 ауыл ҡатнашты. Шуларҙың 47-һе киләһе этапҡа үтте. Бөгөн матбуғат конференцияһында БДМУ профессоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының демография, һаулыҡ һаҡлау һәм ғаилә мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Марсель Тойғонов ошо хаҡта һөйләне. 
Проект графигына ярашлы, был ҡатнашыусылар 25 февралдән 28-енә тиклем презентация яҡларға тейеш. Конкурс еңеүселәрен билдәләү өсөн 1 марттан 10-ына ҡәҙәр интернет аша тауыш биреү ойошторола. Конкурсҡа йомғаҡ 2020 йылдың 20 мартына тиклем яһала.

Конкурс комиссияһы ҡатнашыусыларҙы саралар ойоштороу һәм үткәреү буйынса ғына баһаламай, социаль селтәрҙәрҙә әүҙемлек, киң мәғлүмәт сараларында мәғлүмәт таратыу кеүек эш тә иҫәпкә алына. Айыҡ тормошто пропагандалауға арналған мәғлүмәтте социаль селтәрҙә ауыл биләмәһе һәм муниципаль райондың исемен ҡуйып, #Айыҡауыл2019#Трезвоесело2019 хештегтары менән билдәләү зарур.

Еңеүселәр Башҡортостан Республикаһы Хәкүмәтенең дипломдарына лайыҡ була һәм аҡсалата билдәләнә: беренсе урын – 500 мең һум; икенсе урын — 250 мең һум; өсөнсө урын – 150 мең һум. Ойоштороу комитеты ҡарарына ярашлы, аҡсалата бүләк ауыл биләмәһе үҫешенә тотонола.

Финалға сыҡҡан ун ике ауыл Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары һәм 25 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә. Интернет-ҡулланыусыларҙың социаль селтәрҙәрҙә әүҙемлеген иҫәпкә алып, ойоштороу комитеты 20 әүҙем ҡатнашыусыны билдәләй: уҡытыусыларға, журналистарға, хаҡлы ялдағыларға, мәҙәниәт һәм спорт хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары һәм 10 мең һумлыҡ бүләктәр тапшырыла.

«В рамках конкурса «Трезвое село» в Башкортостане организуют горячую линию по вопросам алкоголизма.

Бесплатную анонимную консультацию для жителей республики 22-23 января дадут наркологи, психологи, психотерапевты. В эти дни с 11.00 до 20.00 часов все желающие могут позвонить по бесплатному номеру 8-800-7000-183 и получить ответы на вопросы, связанные с алкоголизмом, наркоманией, реабилитацией, социализацией и созависимостью. Специалисты «горячей линии» дадут рекомендации: что делать, куда направить, где лечить и как помочь».

Напомним, участниками первого этапа республиканского конкурса «Трезвое село-2019» стали 464 села.

Участниками первого этапа республиканского конкурса «Трезвое село-2019» стали 464 села. На муниципальном этапе приняли участие сельские поселения 52 районов из 54 — не участвовали только Мечетлинский и Салаватский районы. Из них 47 прошли на региональный этап. Подробнее об этом сегодня на пресс-конференции рассказал профессор БГМУ, председатель комиссии по вопросам демографии, здравоохранения и семьи ВКБ Марсель Туйгунов.

Согласно графику проекта, публичная защита презентаций в различных населенных пунктах состоится с 25 по 28 февраля. Интернет-голосование для определения победителей конкурса будет организовано с 1 по 10 марта. Окончательные итоги конкурса подведут до 20 марта 2020 года.

Конкурсная комиссия будет оценивать участников не только по организации и проведению мероприятий, но и по публичной активности, распространению информации в СМИ и соцсетях. При публикации материалов, направленных на пропаганду грозного образа жизни в социальных ceтяx, необходимо использовать хэштеги #Трезвоесело2019, либо #Айыҡауыл2019 с обязательным указанием наименования сельского поселения и муниципального района Республики Башкортостан.

Победители конкурса получат дипломы Правительства РБ и целевое денежное вознаграждение: 1 место 500 тысяч рублей; 2 место — 250 тысяч рублей; 3 место 150 тысяч рублей. Денежное вознаграждение по решению оргкомитета используется для развития сельского поселения.

12 населенных пунктов — финалистов конкурса награждаются дипломами Правительства Республики Башкортостан и денежным сертификатом в размере 25 тысяч рублей каждому. По итогам анализа активности интернет-пользователей в социальных сетях оргкомитет определит 20 активистов конкурса: учителя, журналисты, пенсионеры, работники культуры и спорта, которым присуждаются дипломы Правительства Республики Башкортостан и ценные подарки номиналом 10 тысяч рублей каждому.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *