Башҡорт теле йылы нисек үтәсәк?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында матбуғат кәңәшмәһе үтте. Унда ҡоролтайҙың Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова уҙған йылға йомғаҡтар яһаны, яңы йылға пландар менән таныштырҙы.

2020 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде һәм был тәҡдимде Республика Башлығы Радий Хәбиров хупланы.

Эльвира Айытҡолова Башҡорт теле йылы сиктәрендә ойоштороласаҡ саралар тураһында һөйләне. Һәр айҙа айырым тематик йүнәлештәр билдәләнгән. 

Мәҫәлән, ғинуар – ‘Башҡорт теле – дәүләт теле”, февраль –” Башҡорт теле – заманса тел”, март – ғаилә теле, апрель – әсә теле, май – еңеүселәр теле, июнь – башҡорт теле – халыҡ теле, июль – дуҫлыҡ теле, август – юлдаш теле, сентябрь – ижад теле, октябрь – тарих теле, ноябрь – моңло тел, декабрь – рух теле.  Был тематик йүнәлештәге саралар бер ай менән генә сикләнмәҫкә тейеш, методик күрһәтмәләр алдан план төҙөп, йыл дауамында башҡорт телен үҫтереү буйынса эш алып барыу өсөн тәҡдим ителә.

Сарала Башҡарма комитет ағзалары Лариса Абдуллина туған телебеҙҙе бергәләп үҫтереү кәрәклеге хаҡында әйтте, Марсель Тойғонов “Айыҡ ауыл” конкурсы үҙенсәлектәре, Юлдаш Йосопов тарихсылар менән берлектә ойоштороласаҡ саралар йөкмәткеһе тураһында һөйләне.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *