Ҡоролтай янында бизнес-клуб кәрәкме? Нисек уйлайһығыҙ?

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм ер мәсьәләләре буйынса комиссияның ултырышы үтте. Йыйылышта комиссия ағзалары һәм саҡырылған эксперттар ҡатнашты.

Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янында бизнес клуб асыу тәҡдиме яңғыраны. Клуб эшҡыуарҙарға методик һәм кәңәшмә ярҙам күрһәтә, яңы эш башлаусылар өсөн бизнес-мәктәп була ала.

Бизнес-королтай ойоштороу концепцияһы, агротуризм, этник туризм һәм этник кооперация өлкәһен үҫтереү хаҡында фекерҙәр яңғыраны.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *