Йәштәр өсөн — ижади конкурс! // Творческий конкурс для молодежи

Йәштәр өсөн — ижади конкурс!

Башҡортостанда Булат Солтангәрәев исемендәге йәштәр ижади конкурсына эштәр ҡабул ителә башланы. Конкурста белем биреү учреждениеларының 10-11-се класс уҡыусылары, лицей һәм колледждарҙың студенттары ҡатнаша ала. Улар мотлаҡ башҡорт телендә яҙышырға тейеш. 

Эштәр телде һаҡлап ҡалыу, экология, башҡорт халҡының тарихи үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә, ғаилә ҡиммәттәре тураһында уйланыуҙарға, хәҙерге заманда йәштәрҙе үҫтереү мәсьәләләренә арналырға мөмкин. Уның формаһы төрлөсә булыуы ихтимал: хикәйә, шиғыр, новелла. 

Эштәр гәзит биттәрендә, сайтта һәм «Бәйләнештә»ге төркөмдә баҫылып сыға. Тәүге урындарҙы алғандарға премия тапшырыла. Беренсе премияның күләме – 15 мең һум, ике премия — 10-ар мең һәм өсәүһе — 5-әр мең һум. Ҡалған ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа конкурс лауреаттары исеменә, дипломдарға һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ була. Шулай уҡ уҙған йылдарҙың конкурс эштәре менән китап нәшер ителә. 

Эшеңә үҙең хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт һалырға кәрәк. Материалдар 2020 йылдың 30 апреленә тиклем : 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 8-се ҡат, «Йәшлек» гәзите редакцияһы адресына ҡабул ителә, электрон почта — ye02@yandex.ru

Өҫтәмә мәғлүмәт — гәзиттең сайтында һәм «Бәйләнештә»ге төркөмдә: https://vk.com/bulatsultangareev

Творческий конкурс для молодежи

В Башкортостане начался прием работ на ежегодный творческий конкурс имени Булата Султангареева. В конкурсе могут участвовать ученики 10-11 классов образовательных учреждений, студенты лицеев и колледжей, пишущие на башкирском языке. 

Работы могут быть посвящены проблемам сохранения языка, экологии, историческому прошлому, сегодняшнему и будущему башкирского народа, размышлениям о семейных ценностях, вопросам развития молодежи в современном мире. Форма подачи может быть разной: от рассказа, стихотворения до новеллы. 

Работы будут опубликованы на страницах газеты, на сайте и в группе «В Контакте». Занявшие первые места получат премии. Размер первой премии 15 тысяч рублей, две премии по 10 тысяч и три — по 5 тысяч рублей. Остальные участники получат звания лауреатов конкурса в различных номинациях, дипломы и памятные подарки. Также будет опубликована книга с работами конкурса предыдущих годов. 

К своей работе необходимо приложить краткую информацию о себе. Материалы будут приниматься до 30 апреля 2019 года по адресу: 450079, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13, 8-й этаж, редакция газеты «Йэшлек», электронная почта — ye02@yandex.ru. Дополнительная информация — на сайте газеты и в группе «ВКонтакте»: https://vk.com/bulatsultangareev

Сығанаҡ/Источник: ИА Башинформ

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *