Республика халҡы нарколог, психолог һәм психотерапевтарға бушлай мөрәжәғәт итә ала.

22-23 ғинуар билдәле табиптарҙан башҡорт һәм рус телдәрендә түләүһеҙ консультация алырға мөмкин. 
“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә Ҡыҙыу линия эшләйәсәк. Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, БР Һаулыҡ һаҡлау, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары ойоштора. 

22-23 ғинуар 11.00-20.00 сәғәттә 8-800-7000-183 телефоны аша шылтыратып, айыҡ йәшәү рәүеше, эскеселек, наркомания, эскеселектән дауаланыуға бәйле һорау бирергә мөмкин. Белгестәр аныҡ ҡала йә районда ҡайҙа профессиональ ярҙам алырға мөмкинлеген, дәүләт медицина үҙәктәре бушлай йә шәхси дауаханалар түләүле нигеҙҙә ниндәй хеҙмәттәр күрһәткәнен аңлатып бирәсәк. Табиптарға рус һәм башҡорт телдәрендә мөрәжәғәт итергә була. 

22 ғинуар (сәғәт 11.00 -20.00) һорауҙарға яуап бирә: 
— Әхмәҙуллин Азамат Хәйҙәрйән улы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Стәрлетамаҡ психиатрия дауаханаһы табип-психиатр-наркологы 
— Йосопов Ромул Рим улы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәк психиатр-нарколог-табибы 

— Байбулатова Гүзәл Рим ҡыҙы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник психотерапия үҙәге консультатив- диагностика бүлеге психиатр-табибы 
-Миһранова Әлфирә Йәүҙәт ҡыҙы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник психиатрия дауаханаһы медицина психологы 

– Мостафина Наталья Александровна, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник психиатрия дауаханаһы медицина психологы 

— Салихова Ғәлиә Әхәт ҡыҙы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәге юғары категориялы педагог- психологы, медиатор; 

– Әхтәмова Әлфиә Мөсәләм ҡыҙы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәге педагог- психологы 

23 ғинуар (сәғәт 11.00-20.00) һорауҙарға яуап бирә: 

– Юлдашев Владимир Ләбиб улы, медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы наркологтары ассоциацияһы президенты, Башҡорт дәүләт медицина университетының психиатрия һәм наркология кафедраһы мөдире, 300-ҙән ашыу мәҡәлә, монография, ғилми-методик хеҙмәттәр авторы, БР психиатрия, наркология, психотерапия һәм медицина психологияһы сертификацион комиссияһы рәйесе, психиатрия-наркология буйынса аттестацион комиссия ағаһы, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эргәһендә уҡытыу-методик комиссияһы ағзаһы, Рәсәй юғары уҡыу йорттарының тәрбиә эштәре буйынса проректорҙар Советы ағзаһы; 

– Байгөбәков Илһам Йәмил улы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Стәрлетамаҡ психиатрия дауаханаһы психиатр-нарколог-табибы; 

– Йосопов Ромул Рим улы, Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәк психиатр-нарколог-табибы 

– Сафина Диляра Айрат ҡыҙы, «Индиго» ҡала психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге психиатр-нарколог-табибы
– Байков Ильгиз Радик улы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник психотерапия үҙәге психотерапевт-табибы 

-Бәҙретдинов Рөстәм Марсель улы, Республика клиник психотерапия үҙәге психотерапевт-табибы 

-Синякова Елена Анатольевна, Стәрлетамаҡ психиатрия дауаханаһы медицина психологы 

-Салихова Ғәлиә Әхәт ҡыҙы, Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәге юғары категориялы педагог- психологы 

– Әхтәмова Әлфиә Мөсәләм ҡыҙы, Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәге педагог- психологы

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *