Башҡорт телендә “көрҫ-марҫ” , “арғазымбай”, “мөзөрөңкө” һүҙҙәре бармы?

“Көрҫ-марҫ” һүҙе, мәҫәлән, күптәрҙе аптырауға һалды. 

“Яңы көн-яңы һүҙ” рубрикаһындағы ошондай һирәк осрай торған һүҙҙәргә Башҡорт теленең диалекттары һүҙлегендә тап булдыҡ. 

“Диалекттар һәм уларға ҡараған һөйләштәр әҙәби телгә әленән-әле һут биреп, уны тулыландырып тороусы тамырҙары улар. Әҙәби тел дөйөм халыҡ һөйләү телендә киң таралған һәм, һөйләштәрҙә булып та, әҙәби телгә әлегә ҡәҙәр алынмаған үҙенсәлекле һүҙҙәр иҫәбенә байый барырға тейеш,”- тип яҙа төҙөүселәре. 

“Йылдар үткән һайын әҙәби телдең үҫеше, һөйләш һәм әҙәби тел араһындағы бәйләнештең көсәйә барыуы, айырым һөйләш һәм диалект вәкилдәренең тығыҙ бәйләнеше, аралашыуы ерле тел күренештәренең юғалыу процесын тиҙләтә”, – тип борсола ғалимдар. 
Башҡорт теле буйынса тикшеренеүҙәр, мәғлүмәттәр туплау дауам итә. Яңынан-яңы һүҙҙәр, күренештәр асыҡлана бара. 

“Яңы көн-яңы һүҙ” тигән рубрикабыҙға битараф ҡалмағанығыҙ өсөн рәхмәт. Үҙегеҙҙең яғығыҙға хас матур һүҙҙәр менән беҙҙе лә таныштырығыҙ, яҙып барығыҙ. Халҡыбыҙҙың үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ рухи байлығын бергәләп өйрәнәйек!

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *