Башҡортостан Республикаһы делегацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районына барҙы.

Унда улар башҡорт телендә әкиәт һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт” төбәк-ара конкурсы программаһында ҡатнашыусыларҙы ҡотланы, урындағы хакимиәт етәкселеге менэн осрашты. 

Мәғариф министрлығы белгестәре Арғаяшта йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән туған телде уҡытыу мөмкинлектәре хаҡында фекер алышты, “Ҡәрҙәш мәктәптәр ” проектын Силәбе өлкәһендә бойомға ашырырға килеште. 

Башҡорт телен үҫтереү фонды етәксеһе, Ҡоролтай башҡарма комитеты ағзаһы Гөлназ Йосопова интерактив проекттар менэн таныштырҙы. 

Ҡоролтай аппараты етәксеһе Заһир Ишкин силәбеләрзе Башҡорт теле йылы проектында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы, урындағы ойошмаларға методик әсбаптар тапшырҙы.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *