Баҡалыла ҡышҡы олимпиада // В Бакалинском районе-зимняя олимпиада

Баҡалыла ҡышҡы олимпиада

Ҡамай ауылында бөгөн спорт һөйөүселәр байрамға йыйылды. “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында район намыҫын тап ошо ауыл яҡлай. 

Ҡамай халҡы өсөн айыҡ йәшәү рәүеше ҡоро һүҙ түгел. Бында тормошҡа заманса ҡараш менән йәшәйҙәр, ауыл халҡы спортҡа битараф түгел.

Яңы спорт майҙансығынан кеше өҙөлмәй. Олораҡтар скандинав хәрәкәтен үҙ итә. Йүгерергә яратыусылар айырыуса иртәнге сәғәт етенән һигеҙгә тиклем әүҙем- күптәрҙең маршруты Урманай һәм Ҡамай ауылдары араһындағы юл. 
Парадта ҡышын балыҡ тотоусылар ҙа ҡатнашты. Ыҡ йылғаһында балыҡ шәп ҡаба, ти ир-егеттәр. Ҡамай ауылына йәйен дә, ҡышын да сит яҡтарҙан да балыҡсылар килә. 

Ҡунаҡтарға ауылды күрһәттеләр, улар медпунктта, музейҙа булды. 
Ҡамай ауылында гөрләтеп донъя көтәләр-халыҡ күпләп мал-тыуар аҫрай, ихата тултырып ҡош-ҡорт үҫтерә, күптәр умартасылыҡ менән шөғөлләнә. 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев иң әүҙемдәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

В Бакалинском районе-зимняя олимпиада.

В деревне Камаево сегодня собрались любители спорта. Территория здорового образа жизни- так называют камаевцы свою деревню. Именно здесь живут победители муниципального этапа конкурса “Трезвое село” и теперь защищают честь района на республиканском уровне. 

Весело, спортивно и интересно проводят время сельчане. У жителей деревни есть одно общее увлечение – спорт, а точнее, лыжи. На лыжню встают все, от мала до велика, не взирая на здоровье. Взрослые увлекаются и скандинавской ходьбой. Новая спортивная площадка никогда не бывает пустой. Это место полюбилось особенно детям и молодежи. В параде участвовали и рыбаки.

“Зимние забавы” мероприятие для всех, кто ценит здоровый образ жизни и самые нескучные игры на свежем воздухе. В празднике участвовали и представители Всемирного курултая башкир. Председатель Исполкома ВКБ Искандер Юлдашев вручил Благодарственные письма самым активным жителям деревни. 

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *