Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Беҙ – Бөйөк Еңеү йылъяҙмасылары» III асыҡ республика конкурсы бара
Уҙған йылдың 1 октябрендә иғлан ителгән «Беҙ – Бөйөк Еңеү йылъяҙмасылары» конкурсы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығына арнала.
Бәйге дүрт номинация буйынса үткәрелә:
1. «Олатайымдарҙың һуғыштағы батырлығы».
2. «Төбәгебеҙҙең тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш осоро балалары».
3. «Яу ҡомартҡылары – ғаиләбеҙҙә».
4. «Шәжәрәне зауыҡлы эшләү».
Конкурста VIII-XI класс уҡыусылары, студенттар һәм 30 йәшкә тиклемге егет-ҡыҙҙар ҡатнаша. Башҡортостандан тыш, Рәсәйҙең күрше төбәктәре вәкилдәре лә үҙ эштәрен ебәрә ала.
Положениеға ярашлы (был яҙмаға беркетелде), конкурс өс этапта үтә. Беренсе этапта район-ҡалаларҙа ижади бәйге ойошторола һәм еңеүселәрҙең эштәре Өфөгә ебәрелә. Икенсе этап – заявка нигеҙендә конкурс эштәрен ҡабул итеү. Өсөнсө этапта Милли архивҡа килгән эштәр эксперттар ҡарауына бирелә. Жюри уларҙың баһаламаһын иҫәпкә алып, еңеүселәрҙе билдәләй.
Конкурстың ойоштороу комитетына ғилми-тикшеренеү эштәрен һәм шәжәрәләрҙе 1 мартҡа тиклем тапшырырға мөмкин. Ижади бәйгегә йомғаҡ апрель айында яһала.
Ата-бабаларыбыҙ оло батырлығын тарих биттәренә яҙып ҡалдырыу – бөгөнгө уҡыусыларҙың һәм йәштәрҙең изге бурысы. Яу ҡырында һәм тылда Бөйөк Еңеү хаҡына тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәткән олатайҙар һәм өләсәйҙәребеҙҙең нәҫел тамырҙарын барлап, уларҙың шәжәрәһен килер быуындарға ҡалдырыу ҙа – бөгөн һәр ғаилә өсөн намыҫ эше ул.
Ҡушылығыҙ!
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Шайморатов вариҫтары” проектынан да ситтә ҡалмағыҙ.
Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары хаҡында мәғлүмәт туплайбыҙ. Шайморатов дивизияһының йылъяҙма-белешмәһен бергә төҙөйөк. Ғаиләгеҙҙә дивизия, уның һалдаттары, айырым шәхестәр тураһында мәғлүмәт һаҡланһа, беҙгә ебәреүегеҙ һорала.
Анкета Бәйләнештә селтәрендә -“Ҡоролтай” төркөмө, “Шайморатов вариҫтары” сараһы https://vk.com/shaimuratov120