«Ҡыҙым менән йыш ыҙғышабыҙ. Эсә, араҡыға туя алмай.”

Ҡыҙыу бәйләнеш акцияһының тәүге көнөндә республика халҡы белгестәргә үҙҙәрен борсоған иң мөһим һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. 

Күренекле психологтар, наркологтар, психотерапевттар 11-ҙән киске 8-гә тиклем 70-кә яҡын (69) шылтыратыу ҡабул итте. 

Белгестәр әйтеүенсә, иң күп мөрәжәғәттәр Өфөнән. Октябрьский, Сибай ҡалаларынан, Әлшәй, Ейәнсура, Учалы, Ишембай, Мәләүез райондарынан да күп шылтыратҡандар. 
Мөрәжәғәт итеүселәрҙе йышыраҡ аноним дауаланыу мөмкинлектәре, наркология диспансерҙарында бюджет нигеҙендә дауаланыу, стационар йә амбулатор шарттарҙа дауаланыу кеүек һорауҙар ҡыҙыҡһындырған. 

Суррогат эсемлектәр һатҡан нөктәләр тураһында ла бер нисә шылтыратыу булған. Белгестәр һәр мөрәжәғәт буйынса консультация биргән, шылтыратыусылар психологик ярҙам, наркокабинеттар адрестары буйынса, дауаланыу өсөн ҡайһы учреждениеға барырға кәрәклеге тураһында аныҡ кәңәштәр алған. 

Фоторәсемдәрҙә: Йосопов Ромул Рим улы, Салихова Ғәлиә Әхәт ҡыҙы, Әхтәмова Әлфиә Мөсәлләм ҡыҙы, Сафина Диләрә Айрат ҡыҙы. Стәрлетамаҡта Әхмәҙуллин Азамат Хәйҙәрйән улы һәм Мостафина Наталья Александровна эшләне.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *